Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
9 Февраль 2022, 11:20

Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай

Уҙған ялда Васильевка ауылында йортҡа ут тоҡана. Янғын һүндерелгәс, ике ирҙең янған кәүҙәһен табалар.

 

Былтыр янғындар һаны 2020 йылға ҡарағанда әҙерәк булған, шулай ҙа һиҙгерлекте юғалтырға кәрәкмәй

Уҙған йылда республика буйынса 11439 янғын сыҡҡан ул элекке йылға ҡарағанда 04 процентҡа әҙерәк.  Ут афәтендә 277 кеше һәләк булған, шулар иҫәбендә - 14 бала.

Мәләүез районы биләмәһендә 220 янғын булып 5 кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмере ҡыйылған. 9 кеше төрлө тән йәрәхәте ала. Янғындар Әбет, Александровка, Аптраҡ, Арҫлан, Иштуған, Нордовка, Партизан, Һарыш, Шевченко ауыл биләмәләрендә теркәлгән. Һәләкәттәрҙе анализлағандан һуң, күп янғындар торлаҡ секторында барлыҡҡа килгән һөҙөмтәгә киләһең. Уларҙың күбеһе яҙғы, йәйге осорға тура килгән. 106 осраҡта  сүп-сар өйөмөнә, кипкән үләнгә “ҡыҙыл әтәс” ҡунған, 36 - торлаҡ өй,  64 осраҡта ихата ҡаралтыһы янған, 9 тапҡыр автотранспортта ут сыҡҡан.

Янғын сәбәптәре төрлө: электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү,  ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестәрҙе дөрөҫ урынлаштырмау. Быйыл ғына район һәм ҡала биләмәһендә 13 янғын сыҡты. Уҙған ялда Васильевка ауылында йортҡа ут тоҡана. Янғын һүндерелгәс, ике ирҙең янған кәүҙәһен табалар.

Район-ҡала халҡын тағы ла иҫкәртәбеҙ: элементар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Аҙ ғына иғтибарһыҙлыҡ та ҙур афәткә килтерергә мөмкин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: