Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
8 Апрель 2022, 11:15

Һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?

Һыу кимәле ҡапыл күтәрелгәндә йорттағы әйберҙәрҙе һаҡлау хәстәрен күрергә һәм эвакуацияға әҙерләнергә кәрәк.

Һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?
Һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?

Һыу кимәле ҡапыл күтәрелгәндә йорттағы әйберҙәрҙе һаҡлау хәстәрен күрергә һәм эвакуацияға әҙерләнергә кәрәк.

Төп ҡағиҙәләр:

- тыныслыҡ һаҡлағыҙ,  юғалып ҡалырға ярамай;

- аҙыҡ, кейем-һалым, ҡиммәтле әйберҙәр, документтар, дарыуҙарҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡты алдан әҙерләгеҙ;

- ярҙам килгәнсе юғары ҡаттарҙа, сарҙаҡта, ҡыйыҡта, ағас башында, бейегерәк урында ҡалығыҙ;

- ҡотҡарыусыларға флаг, факел, фонарь йәки шәм ярҙамында сигнал еткерегеҙ;

- ҡотҡарыусыларҙан ярҙам булмағанда, һыу баҫҡан ерҙән һуңғы сиктә генә үҙ аллы сығығыҙ;

- һыу ағышының тиҙлеген һәм йүнәлешен иҫәпкә алып, үҙ-үҙеңде ҡотҡарыуға тыныс, ентекле әҙерләнегеҙ;

- электрҙы, газды, мейестәге утты һүндерегеҙ, ишек-тәҙрәләрҙе бикләгеҙ;

- таныш урын һәм һыу тәрән булмағанда күренеп торған  бина, ҡоролма, ҡоро ергә етергә тырышығыҙ;

- һыу тиҙ баҫа торған урында ҡотҡарыусыларға сигнал бирергә кәрәк. Улар юҡ икән, яйлап ҡына ҡолға менән һыуҙың төбөн ҡапшап атлағыҙ.

Һыу ҡайтҡандан һуң:

- йортҡа ҡайтҡас, һаҡ булығыҙ. Стена, түбә, иҙән ныҡлығын тикшерегеҙ;

- электр һәм утты тоҡандыра күрмәгеҙ, сөнки газ сыҡҡан осраҡта шартлау ихтималлығы бар;

- бинаны, әйберҙәрҙе киптереү мотлаҡ, сүп-сарҙы йыйыштырып, биләмәне һәм торлаҡты тәртипкә килтерергә кәрәк.

Алексей СОРОКИН, юғары Ағиҙел участкаһы аҙ һыйҙырышлы суднолар инспекцияһының өлкән дәүләт  инспекторы.

Һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?
Һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: