Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы дауам итә

Бөгөн Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында барған "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсының икенсе көнө.  Конкурста балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшереү дауам итә. Унда республиканың район-ҡалаларынан килгән иң яҡшы командалар көс һынаша.

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы дауам итә
"Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы дауам итә

Бөгөн Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында барған "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсының икенсе көнө. 

Конкурста балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшереү дауам итә. Унда республиканың район-ҡалаларынан килгән иң яҡшы командалар көс һынаша. Ҡатнашыусылар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен һәм башҡа һәләттәрен күрһәтә. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сарала беҙҙең район һәм ҡала юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары Яна Ефимова, Альберт Хәиров, Һауа Иҡсанова һәм Әғзәм Ишмөхәмәтов (3-сө гимназия, 6-сы лицей һәм 7-се мәктәптең дүртенсе һәм бишенсе класс уҡыусылары) ҡатнаша. Етәкселәре -  балалар экология үҙәге уҡытыусылары Әлфридә Хәирова һәм Сания Ишмөхәмәтова. 

Беҙ уларға уңыштар теләйек!

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: