Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡлыҡ сараһын онотмағыҙ...

Рәсәйҙә бөгөн генә ете кешене һыу обьекттарында батыуҙан ҡотҡарғандар. Быйылғы йәйҙең һалҡын тороуы сәбәпле, йылға-күл буйҙарында халыҡтың күпләп ял итеүе күҙәтелмәй. Йылы көндәр булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигәндәй, һыу янында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрөргә булдыҡ.

 

Рәсәйҙә бөгөн генә ете кешене һыу обьекттарында батыуҙан ҡотҡарғандар.

Быйылғы йәйҙең һалҡын тороуы сәбәпле, йылға-күл буйҙарында халыҡтың күпләп ял итеүе күҙәтелмәй. Йылы көндәр булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигәндәй, һыу янында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрөргә булдыҡ.

Беренсенән, һыу янында үҙеңә генә түгел, әйләнә-тирәләге кешеләргә лә икеләтә иғтибарлы булыу зарур. Күптәр “Ҡотҡарығыҙ!” тип ҡысҡырған осраҡта ғына кешегә ярҙам итергә кәрәк тип уйлай. Йыш ҡына бата башлаған кешенең ярҙам һорап ҡысҡырырға ваҡыты ла, мөмкинлеге лә булмай. Һыуға батҡан кеше, ҡысҡырыр урынға, мөмкин булған ҡәҙәр һулыш алырға тырыша. Шуға ла һыуға төшкән кешене күҙ уңынан юғалтырға ярамай.

Ҡотҡарыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, төпкә китер алдынан, кеше бер нисә тапҡыр батып ҡалҡа. Беренсе минутта һыуға батыусының - 90 процентын, алты-ете минуттан һуң фәҡәт 1-3 процентын ғына ҡотҡарып алырға мөмкин.

Иҫтә тотоғоҙ!

Йыш ҡына һыуға батҡан кеше үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡотҡарыусыны ла һыу аҫтына һөйрәй башлай. Шуғ күрә ул һиңә йәбешмәһен өсөн артҡы яҡтан, йәки сәсенән эләктереп алырға кәрәк. Әгәр инде һыуға батҡан кеше һиңә йәбешһә, һыу төбөнә тарта башлаһа, тоҙаҡтан ысҡыныр өсөн батыусы менән һыуға сумырға кәрәк. Был осраҡта ул, һыу өҫтөндә ҡалырға теләп, ҡотҡарыусыһын ебәрәсәк. Батыусы төпкә төшөп киткән булһа, ҡотҡарыусы һыуға сумып, батҡан кешенең ҡулынан, ҡултыҡ аҫтынан йә иһә сәсенән эләктерергә һәм һыу төбөнән ныҡлап этенеп һыу өҫтөнә йөҙөп сығырға тейеш.

Ярға сыҡҡас, һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтелә. Үҙ аңында булһа, йөрәк тибеше тойомланһа, башы түбәндә булырлыҡ итеп, ҡаты урынға ятҡырырға кәрәк. Өҫ кейемен һалдырып, тәнен ҡул йәки таҫтамал менән яҡшылап ыуырға. Ҡайнар сәй биреп, йылы юрған менән ябындырығыҙ.

Зыян күеүсе үҙ аңында булмаһа, әммә пульсы һәм һулышы һиҙелгән осраҡта, башын артҡа ебәреп, аҫҡы теш ҡаҙналығын тартып, башы аҫҡа төшөп торолоҡ итеп ятҡырырға һәм бармаҡ менән ауыҙ эсен таҙаларға, тәнен ҡоротоп һөртөргә һәм йылытырға кәрәк.

Аңында булмаған, һулышы һиҙелмәгән кешенең иң элек һулыш юлынан һыуҙы сығарырға тейешбеҙ. Бының өсөн ярҙам күрһәтеүсе зыян күреүсене эсе менән үҙенең теҙҙән бөгөлгән аяғы өҫтөнә ҡуя, бер ҡулы менән ҡалаҡ һөйәктәренә баҫа, икенсе ҡулы менән маңлайынан тотоп, башын күтәрә. Был хәрәкәт 10-15 секундатн артмаҫҡа тейеш. Унан яһалма һулыш алдырырға кәрәк. Һулыш һәм йөрәк тибеше булмағанда, яһалма һулыш алдырыуҙы йөрәккә массаж менән аралаштырыу мөмһим. Беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң, һыуға батҡан кешене дауаханаға оҙатырға кәрәк.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: