Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Эҫе һуҡмаһын өсөн ни эшләргә?

  Эҫе көндәрҙе оҙаҡ көтөп алһаҡ та, уның зыянын күргәндәр ҙә бар. Урамда оҙағыраҡ йөрөһәң, эҫе һуғырға ла мөмкин. Ул сағында инде баш сатнап ауыртырға тотона, күңел болғана, температура күтәрелә, һалҡын тир сыға, кеше аңын юйырға ла мөмкин. Табиптар әйтеүенсә,  эҫелекте бигерәк тә балалар, өлкәндәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы менән интегеүселәр ауыр кисерә.

 

Эҫе көндәрҙе оҙаҡ көтөп алһаҡ та, уның зыянын күргәндәр ҙә бар. Урамда оҙағыраҡ йөрөһәң, эҫе һуғырға ла мөмкин. Ул сағында инде баш сатнап ауыртырға тотона, күңел болғана, температура күтәрелә, һалҡын тир сыға, кеше аңын юйырға ла мөмкин.

Табиптар әйтеүенсә,  эҫелекте бигерәк тә балалар, өлкәндәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы менән интегеүселәр ауыр кисерә. Ҡояш ҡыҙҙырғанда, көндөҙгө селләлә урамда йөрөмәҫкә, көн дауамында һыу эсеп тороға, кис йоҡлар алдынан душ инергә кәрәк. Ҡояш ҡыҙҙырғанда өлкәндәргә баҡсала эшләмәү яҡшыраҡ. Йүгереү менән шөғөлләнгән спортсыларға ла иртәнге йәки киске сәғәттәрҙә генә шөғөлләнергә ярай.

Йәйге осорҙа ҡан ҡуйырыуы арҡаһында инфаркт, инсульт сирҙәре килеп сығыу ҡурҡынысын да оноторға ярамай. Тағы ла эҫе көндәрҙә халыҡ йылға буйына ял итергә бара, улар араһында һыуға һикерергә теләүселәр ҙә бар. Киҫкен температура алмашыныу арҡаһында ҡан тамыры ҡыҫылып, тәнде көҙән йыйырырға, инфаркт булырға мөмкин. Шуға ла врачтар ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә дарыуҙарҙы даими эсеп тороға ҡуша, сөнки эҫе мәлдә ҡан баҫымы кинәт күтәрелеп, инсульт һуғыуы мөмкин.

Эҫе һуғыуҙан бәләкәйҙәрҙе һаҡларға кәрәк. Коляскала ултырған сабыйҙы көн ҡыҙыуында 20 минуттан да оҙағыраҡ йөрөтөргә ярамай. Баланы ҡояш һуҡһа, хәлһеҙләнһә, уны күләгәле урынға ятҡырыу, һыу эсереү, кейемен һалдырып тәнен һыулы сепрәк менән еңелсә ышҡыу зарур. Урамда аҙыраҡ булырға, кәрәгенән артыҡ ҡыҙынмаҫҡа, һыу эсергә, башҡа кейергә - бер уйлаһаң яп-ябай ҡағиҙәләр. Тик шулай ғына төрлө күңелһеҙлектәрҙән һаҡланырға була.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: