Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
28 Сентябрь 2022, 15:12

Муттар йоҡламай

2 сентябрҙә Мәләүездә йәшәгән ҡатындың телефоны шылтырай. Муттар уның интернет аша дарыу һатып алғанын белеп...

Муттар йоҡламай
Муттар йоҡламай

Тир түгеп тапҡан хәләл аҡсабыҙҙы мутлашыусылар телефон аша бер нисек тә урлай алмай тип уйлай күптәр. Тик ғәмәлдә муттар ҡармағына бөтә һөнәр эйәләре, бөтә йәштәге кешеләр ҙә ҡаба. Бер нисә йыл элек ҡалабыҙҙа хатта һөнәре буйынса билдәле психолог та улар ҡорбаны булған осраҡ билдәле. Уяулыҡты юғалтыу һәр ваҡыт оло проблема тыуҙыра шул.

Интернет йәки телефондан алдашыу ысулдарының бик күплеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бер ҡатлы граждандарҙы төп башына ултыртыуҙың яңынан-яңы алымдарын уйлап сығара мутлашыусылар.

2 сентябрҙә Мәләүездә йәшәгән ҡатындың телефоны шылтырай. Муттар уның интернет аша дарыу һатып алғанын белеп, үҙҙәрен Мәскәү ҡалаһы генераль прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тип таныта, компанияның сертификаты юҡлығына, енәйәт яуаплылығына тарттырыласағына һылтана, ә һеҙгә 470 мең һум компенсация түләнергә тейеш, тип ышандыра.

Телефон аша һөйләшеү барышында ҡатынға компенсация күберәк сыға тип аҡса күсерергә ҡушалар. Улар күрһәткән иҫәпкә ҡатын 9400 һумын оҙата. Ошонан һуң төрлө сәбәптәр менән уның ҡалған аҡсаһын сәлдереү ниәтенән шылтыратыу дауам итә. Ханым барлығы 75400 аҡса күсерә. “Мәскәү ҡалаһы генераль прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре”нән шылтыратыу йышайғас ҡына, ҡатын муттар тоҙағына эләгеүен аңлай.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәләүез районы буйынса бүлеге ошо факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се өлөшө “Гражданға ҙур зыян килтереп мутлашыу” буйынса енәйәт эше асҡан.

Хөрмәтле мәләүездәр һәм районда йәшәүселәр! Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәләүез районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙегеҙҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлап, уяу ҡалыуығыҙҙы теләй. Енәйәтселәр ҡорбаны булмаҫ өсөн уларҙың хәйләһенә бирелмәгеҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: полиция һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре шәхси осрашыуҙа ғына әңгәмә үткәрә. Мәҫәлән, тикшереүсе шаһитты йәки шиккә алыныусыны мәғлүмәт алыу өсөн саҡыра.

Үҙегеҙ йәки яҡындарығыҙ мутлашыусылар тарафынан зыян күрһә,  кисекмәҫтән ошо телефондар һандарын йыйығыҙ: 8(34764)3-18-02 (дежур часы) йәки “112”.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәләүез районы буйынса бүлеге штабы.

 

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: