Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
1 Ноябрь 2022, 15:00

Янғын башланыуын күргәс, нимә эшләргә?

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы түбәндә үҙ кәңәштәрен бирә

Янғын башланыуын күргәс, нимә эшләргә?
Янғын башланыуын күргәс, нимә эшләргә?

 Янғын башланыуын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән 101 йәки 112 һандары буйынса янғын һүндереүселәрҙе саҡырығыҙ.
 
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын бик тиҙ тарала, һәм 5-10 минутҡа һуңлау етди янғынға килтереүе ихтимал.
 
Көнкүреш шарттарында янғын башланған ғына саҡта уны үҙ көсөң менән һүндерергә лә мөмкин. Иң мөһиме - нимә менән һүндерергә икәнен белеү кәрәк:
  
  Янып торған майҙы, янар матдәләрҙе, көсөргәнеш аҫтындағы электр приборҙарын һәм сымдарҙы һыу менән һүндерергә ярамай.
  Бар төрҙәге янғындарҙы һүндереү өсөн бөртөклө ҡоро матдәләр - ҡом, сәскә көршәгендәге ер, кер йыуыу порошогы, аш содаһы, тоҙ яҡшы.
 Тығыҙ туҡыма, юрған, таҫтамалдарҙы бөтә төр янғындарҙы һүндереү өсөн ҡулланырға мөмкин.  

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: