Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
23 Ноябрь 2022, 09:09

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙҙоң кеше өсөн хәүефһеҙ ҡалынлығын әйтте

Эксперт әйтеүенсә, ул 10 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Боҙҙоң ҡалынлығын үҙегеҙгә аяҡ йә таяҡ менән тикшереү тыйыла! 

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙҙоң кеше өсөн хәүефһеҙ ҡалынлығын әйтте
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙҙоң кеше өсөн хәүефһеҙ ҡалынлығын әйтте

Ҡалынлығын ҡырҙан билдәләргә мөмкин: күк йәки йәшел төҫтәге боҙ хәүефһеҙ тип һанала, аҡ төҫ 2 тапҡырға әҙерәк сыҙамлы тип һанала, ә һоро йәки һары төҫтәге боҙға баҫыу бөтөнләй тыйыла.

Әгәр ҙә кеше  боҙ аҫтына ҡолап төшһә, ҡулдарҙы йәйеп, горизонталь торошта бер аяҡты өҫкә күтәреп менергә тырышырға кәңәш итә, һуңынан ярылған урындан мөмкин тиклем йырағыраҡ шыуышып китергә кәрәк.

Ҡапыл аяҡҡа баҫырға кәрәкмәй,  ярға шыуышып ҡына сығырға тырышығыҙ!  Йылғаларҙа һәм күлдәрҙә булған бәхетһеҙ осраҡ шаһиттарына  112-се номер буйынса ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратыу мотлаҡ.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: