Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
11 Ғинуар 2023, 11:40

Әпәт машина тоҡанмай!

Аккумуляторҙы өйгә индерәбеҙ, көс йыйҙырабыҙ һәм башҡаһы. Тик ул да ярҙам итмәһә, баш ватабыҙ… Ни эшләргә?

Әпәт машина тоҡанмай!
Әпәт машина тоҡанмай!

Батарея яңы булмаһа, һәр хәлдә, бер-ике «крокодил» һатып алырға кәрәк: иртән улар минуттарҙы һәм сәғәттәрҙе генә түгел, нервы күҙәнәктәрен дә экономиялай ала. Иң мөһиме , үле батареяңды "көс бирергә" әҙер кеше табыу.

 

Һыуыҡ төндә батареяны өйгә алып инегеҙ.
Бер мәсьәлә аныҡ ҡына хәл ителәсәк – көсө бөтмәҫ. Әммә тағы ла берәүһе барлыҡҡа килә: аккумулятор батареяһын кешеләр булған бүлмәлә ҡалдырырға ярамай, сөнки ул билдәле бер күләмдә кислота парҙарын сығара. Ә иртәнсәк машинаға ултырып ҡына китә алмаясаҡһың – тәүҙә батареяны кире тоташтырып, бармаҡтарыңды туңдыраһың.

 

 Шулай уҡ джапм-стартеры йәки бустер һатып алырға мөмкин, ул автомобиль өсөн пауэр-банкы. Был, әлбиттә, тик бер нисә зарядкаға етә. Клемма менән тоташыу өсөн «крокодилдар» менән йыһазландырылған. Күп кенә заманса моделдәр зарядлау өсөн USB-порттар менән йыһазландырылған. Ҡиммәтерәк версиялар, хатта оҙаҡ ваҡыт түбән температурала булһа ла, ҡеүәтен һаҡлап ҡала ала.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: