+7 °С
Болотло
Һыуыҡҡа йышыраҡ аяҡ һәм ҡул бармаҡтары, танау, ҡолаҡ, сикә бирешә. Оҙаҡ ваҡыт һалҡында йөрөгәндә, кәүҙә менән һыуыҡ металл, шыйыҡ һәм ҡыҫылған һауа йәки ҡоро углекислота менән эшләгәндә кешенең тән өлөштәре туңыуы ихтимал.
Тән туңыуҙың дүрт дәрәжәһе бар: 1 - ҡыҙарыу һәм шешеү 2 - ҡыуыҡтар барлыҡҡа килеү 3 - тиренең үлеүе һәм пәрҙә барлыҡҡа килеүе 4 - тән өлөшөнөң (бармаҡ, табан) үлеүе.
Кеше туңғанда нимә эшләргә ярамай? Туңған тән өлөштәрен эҫе һыу йәки ут менән йылытырға маташыу, сөнки бындай ысулдар менән йылытыу һөҙөмтәһендә зарарланған туҡымалар ҡандан кислород алмай, ҡарая һәм ҡорой.