Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
13 Ғинуар 2023, 09:46

Һаҡ булығыҙ, ағыулы газ!

Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа газ приборҙарының төтөндө тартыу көсө туҡталыуы ихтимал

Һаҡ булығыҙ, ағыулы газ!
Һаҡ булығыҙ, ағыулы газ!

Был көслө ел арҡаһында барлыҡҡа килә. Ел төтөндө кире эскә тартыуға сәбәп була, шулай уҡ төтөн йөрөгән торбаның һауа температураһының түбән булыуы арҡаһында туңыуы ихтимал.

Һөҙөмтәлә яныу продукттары бинаға тула һәм ағыуланыуға килтерә.

Һөрөм еҫенән ағыуланмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?
 
  Газ приборҙарын ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгән ваҡытта елләтеү каналдарында һәм төтөн йөрөгән торбала тартыу барлығын тикшерергә
  Бинаны газ приборын ҡабыҙыр алдынан һәм ул эшләгән ваҡытта елләтергә кәрәк
  Әгәр торбала тартыу булмаһа, тиҙ арала авария газ хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.

Һөрөм еҫенән ағыуланыу бинала газ концентрацияһына бәйле.

  Еңелсә ағыуланыу - баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, уҡшыу
  Ағыулы газ юғары кимәлдә булған осраҡта - ҡоҫоу, күкрәк ауыртыу, тын ҡыҫылыу

Ошондай билдәләр булғанда тиҙерәк урамға сығығыҙ, үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ йәки ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.

Авария газ хеҙмәтенә газға бәйле теләһә ниндәй ашығыс хәлдә шылтыратырға кәрәк. Телефон - 104 йәки 112.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: