Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
1 Февраль 2023, 08:39

Йыл башынан үлемесле янғындар һаны ҡырҡа артҡан

Ғинуарҙа республикала сыҡҡан янғындарҙа 36 кеше һәләк була. Был былтырғы ғинуар менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк

Йыл башынан үлемесле янғындар һаны ҡырҡа артҡан
Йыл башынан үлемесле янғындар һаны ҡырҡа артҡан

"7 янғында  2-4 кеше һәләк була: Өфө, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Ишембай һәм Ейәнсура райондарында.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: "Ҡара дүшәмбе" - 16 ғинуарҙа ғына янғындарҙа 6 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Үлемесле янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле :
1) Тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү;
2) Электр ҡорамалдарын тейешенсә урынлаштырмау һәм файҙаланыу;
3) Мейестәрҙе дөрөҫ ҡулланмау.

Тышта һыуыҡ, шуға өйҙә йәки верандала тәмәке тартырға сығалар. Ғинуар янғындарында 13 кешенең һәләк булыуының яҡынса сәбәбе ошо булған.
Фажиғәнән ҡотолоу өсөн һүнмәгән тәмәке ырғытмағыҙ, йорт эсендә тәмәке тартмағыҙ!

Электр селтәрен көсөргәнешле эшләтмәгеҙ, ҡулдан эшләнгән һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарҙы ҡабыҙмағыҙ! Ғинуар айында электр ҡорамалдарының авария режимы арҡаһында янғындарҙа 15 кеше һәләк була.

Мейестәрҙе контролһеҙ ҡалдырмағыҙ. Ғинуар айында мейестәрҙе дөрөҫ ҡуймау һәм файҙаланыу арҡаһында янғындарҙа 6 кеше һәләк була.
Туғандарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы иҫерек килеш яңғыҙын ҡалдырмағыҙ!
Утты үҙегеҙ һүндерергә тырышмағыҙ!

Балаларығыҙ менән бергә ут тоҡанған осраҡта эвакуациялау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ. Был алгоритмды белеп, күп кенә фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа мөмкин ине.
Шулай уҡ янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу һөҙөмтәле сара булып тора. Ошо мини-сиреналар ярҙамында республикала 934 кеше, шул иҫәптән 341 бала ҡотҡарыла.

Әйтәйек, 10 ғинуар иртәнсәк Нуриман районында янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор тауышынан уянған 5 кеше, шул иҫәптән 3 бала янғын урынынан сығып ҡасып өлгөргән.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү - ҡорбандарҙың әсәләре һәм туғандарының күҙ йәштәренә һеңгән.
Шуға күрә һәр ваҡыт янғын хәүефһеҙлеге талаптарына үтәгеҙ!
Туғандарығыҙ уларҙы боҙмаһың! Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғын менән бәйле фажиғәләрҙән һаҡлай алабыҙ!" - ти үҙ мөрәжәғәтендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

 

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: