Ҡыштың тәүге яртыһы уҙғас, сысҡан биҙгәге менән сирләгәндәр һаны арта башлай. Былтыр район биләмәһендә 21 осраҡ теркәлгән, 13-ө - ауыл ерендә йәшәгән кешеләр, улар араһында ике бала бар.
Уның төп билдәләре
Инфекция организмға һауа-туҙан аша эләгә, шулай уҡ йыуылмаған ҡул менән ашағанда йоғорға мөмкин. Тиреләге яра ла ҡурҡыныс.
Был ауырыуҙы ваҡытында билдәләүе ауыр. Йыш ҡына кеше насар күрә, күҙ алды томалана, башы ауырта, теш ҡаҙнаһы ҡанай, танауҙан ҡан китә. Һыуыҡ тейгәндән ул танау тонмау, йүтәл булмау, тын алыу юлының ялҡынһынмауы, эс ауыртыуы, күңел болғаныуы менән айырыла. Бәүел бүленеү күләме кәмей. Яҡынса дүрт көндән һуң был билдәләр бөтһә лә, ауырыуҙың хәле яҡшырмай, киреһенсә, хәле бөтә, күңеле болғана, быуындары ауырта, уҡшыта. Инкубация осоро өс аҙнаға тиклем һуҙылырға мөмкин.
Һаҡланғанды - һаҡлармын, тиҙәр
Тәү сиратта, сысҡандарҙы фатир-йорттарға үтеп инмәүен хәстәрләү мөһим. Кимереүселәр булған бина, бүлмәне дезинфекцияларға, һыу һәм ризыҡты сысҡандар үтеп инә алмаҫлыҡ ябыҡ һауытта һаҡларға кәрәк. Ҡулдарҙы һабынлап йыуыу кеүек сараларҙы үтәү сысҡан биҙгәге менән сирләү хәүефен кәметә.
Сысҡан биҙгәге ауырыуын вирус тыуҙыра, ә тәбиғәттә уны ваҡ кимереүселәр - ҡыр сысҡандары тарата. Ауырыу йәнлектәр организмынан вирус бәүел, шылағай һәм башҡа ҡалдыҡтар менән сығарылып, тупраҡ, бәшмәк һәм баҡса йорттарында ҡалған аҙыҡ-түлекте бысрата. Шуға ла сирҙе булдырмауҙың ябай ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ.
Кристина ПАМУРЗИНА,
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығы территориаль бүлек начальнигы.