Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
20 Февраль 2023, 15:40

Доға ҡабатлағандан иҫкермәй

  Заман башҡа заң башҡа тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ахыры заман етһә, әҙәм балаһы үҙ алдына һөйләшеп йөрөй башлаясаҡ, тип олатайым әйтә торғайны тип һөйләй хеҙмәттәшем. Әллә шул осорҙа йәшәйбеҙме икән?

 

Заман башҡа заң башҡа тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ахыры заман етһә, әҙәм балаһы үҙ алдына һөйләшеп йөрөй башлаясаҡ, тип олатайым әйтә торғайны тип һөйләй хеҙмәттәшем. Әллә шул осорҙа йәшәйбеҙме икән? Тирә-йүнгә ҡараш ташлағыҙ әле: нисәмә ҡарама, һәммәбеҙ кәрәҙле телефонға текәлгәнбеҙ, сөнки барлыҡ мәғлүмәтте интернет селтәренән алабыҙ. Үҫеп килгән быуын, әлбиттә, өлкәндәрҙән үрнәк ала. Күбебеҙ бит уларҙың ниндәй компьютер уйыны менән “сирләгәнен”, ниндәй музыка тыңлағанын, ниндәй шөғөл менән ҡыҙыҡһынғанын белмәй. Үҙебеҙҙе, йәғни урта быуын вәкилдәрен, атай-әсәйҙе, өлкәндәр һүҙен тыңлап үҫкән быуынға индерәм. Барыбыҙ тип әйтмәһәк тә, күпселек өлкәндәрҙән үрнәк алырға тырыша ине.

Хәҙерге йәштәр аңлы ул. Улар үҙ фекерен яҡлай ҙа белә. Шулай ҙа мөмкин булған ҡәҙәре улар менән бәйләнеште өҙөргә кәрәкмәй, төрлө гаджеттарҙы ҡулланыу яҡшыға килтермәүен дә мейеләренә һеңдерерү зарур. Тамсы тама тама, таш тиҙәр бит. Бер әйткәнде ҡолағына киртмәһәләр, икенсе тапҡыр ишетерҙәр, тип уйлайым.

Яңыраҡ Көйөргәҙе районында ҡолағын наушник менән томалаған үҫмерҙе тимер юлда поезд бәрҙереп киткән, ул ауыр хәлдә дауаханаға эләккән.

Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, шуға иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Тимер юл  йәйәүлеләр йөрөргә тәғәйенләнмәгән. Юл янынан үткәндә наушниктарҙы сисегеҙ. Юл аша сыҡҡанда тирә яғығыҙға ҡарарға онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: