Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда һауа температураһы рекордтар ҡуя, әммә ҡотҡарыусылар йылғаларҙа һыу кимәле ныҡ күтәрелеүен фаразламай

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы төбәктә 6 муниципаль берәмек территорияһында — Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин һәм Миәкә райондарында, Сибай һәм Өфө ҡалаларында һыу баҫыуҙың 7 осрағы теркәлгән

Башҡортостанда һауа температураһы рекордтар ҡуя, әммә ҡотҡарыусылар йылғаларҙа һыу кимәле ныҡ күтәрелеүен фаразламай
Башҡортостанда һауа температураһы рекордтар ҡуя, әммә ҡотҡарыусылар йылғаларҙа һыу кимәле ныҡ күтәрелеүен фаразламай

Башҡа һыу баҫыуҙың яңы осраҡтары асыҡланмаған.

Һыуҙың иң ҙур артыуы 5 апрель иртән Белорет районының Ломовка ауылында Ағиҙел йылғаһында теркәлгән. Һыу кимәле — 95 см (+32 см, уңайһыҙ кимәл — 310 см). Тораҡ пункттарға хәүеф янамай, контролдә тотолған осраҡтарҙа ла халыҡты эвакуациялау талап ителмәй.

 

Жители республики также могут мониторить подъем уровней воды в режиме онлайн с помощью системы «Паводок» на сайте Госкомитета по ЧС Башкортостана: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас в