Ҡош-ҡорт аҫраған һәр кем белергә тейеш
Былтыр Башҡортостанға күрше республика, өлкәләрҙә ҡош киҙеүе таралғайны. Әлегә ундай хәүефле осраҡ янауы ишетелмәй. Шулай ҙа, боронғолар әйтмешләй, һаҡлағанды һаҡлармын, тигәндәй, сирҙең сиптомдарын иҫкә төшөрөргә булдыҡ.
Ҡош киҙеүе – уларҙың аш һеңдереү, тын алыу органдарына йоғонто яһаусы вирус ауырыуы. Йоҡторғандан алып клиник билдәләре күренгәнсе ете көгә яҡын ваҡыт үтә. Тауыҡтар йомортҡаны аҙ һала, аппетиты кәмей, һыуһай, кикереге күгәрә, күҙҙәрендәге мөгөҙ ҡатлауы ҡараңғылана, башын артҡа ташлай, аяҡтарын фалиж һуға, лайлалы тиреһе ҡарая, ҡарағусҡыл йәшел бүленмәләр сыға башлай. Ҡоштарҙың тән температураһы күтәрелә һәм бер аҙҙан үлә.
Ҡайҙан йоға?
Сир ҡырағай ҡоштарҙан (турғай, ҡарға, күгәрсендәр), аҙыҡ, үлгән ҡош-ҡорт аша йоғорға мөмкин. Тәүге билдәләре күренеү менән аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн ветеринар врачты саҡыртыу мотлаҡ.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа сирҙе иҫкәртеү өсөн түбәндәге сараларҙы үтәргә кәрәк. Ҡырағай ҡош-ҡорт менән бәйләнеш булдырмау маҡсатында йорт ҡоштары йөрөгән һәм ашаған урынды селтәрле япмалар, ҡойма менән кәртәләгеҙ. Ҡура һәм ихатаны таҙа тотоғоҙ, даими таҙартығыҙ һәм дезинфекция эшләгеҙ. Төрлө ауырыуҙар сығанағы булған кимереүселәргә ҡаршы көрәш алып барығыҙ. Себеш һатып алырға ниәтләһәгеҙ, билдәһеҙ сауҙа урындарынан алмағыҙ, ветеринар-оҙатыу документтарын талап итегеҙ.
Евгения ТАРАСОВА,
ветеринария күҙәтеүе бүлегенең дәүләт инспекторы.