Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ноябрь 2018, 16:48

Ул халыҡҡа һәр саҡ асыҡ

БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Рамаҙан Рамаҙановтың Мәләүез районына башлап килеүе.

БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Рамаҙан Рамаҙановтың Мәләүез районына башлап килеүе. “Тәбиғәте матур, халҡы изге күңелле“, - тине ул, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Ҡабул итеүгә килгәндәрҙең һорауҙары тормоштоң төрлө тармағына ҡағылды. Депутатҡа республикала һалым һалыу мәсьәләһе менән эшҡыуарлыҡ буйынса йәмәғәт эшмәкәре мөрәжәғәт итте, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Һалым органдары ойошторған сараларҙы баш ҡалала ғына түгел, райондарҙа ла уҙғарыу мөһимлеген белдерҙе.
500-ҙән ашыу уҡыусы белем алған Ергән мәктәбе ашханаһына яңы ҡоролмалар кәрәк. Мәктәп директоры балаларға ризыҡ йылытыуға мейес, һауыт-һаба йыуыу машинаһы һатып алыуға ярҙам һораны. Мәғариф идаралығы етәксеһе Алик Сатлыҡов был мәсьәләнең көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 93-сө һанында уҡығыҙ.