Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2019, 13:38

“70 тип әйткәс, тимәк, 70!”

“Йыл башынан төбәктәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһына күсте. Әгәр ҙә ул тик сүп-сар сығарыуға хаҡ артыуы ғына икән - был эш түгел, ә профанация. Халыҡ нимә өсөн түләгәнен белергә, ысынбарлыҡта ниндәй ыңғай үҙгәрештәр булыуын күрергә тейеш. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә, уны сығарыу, эшкәртеүҙә заманса, хәүефһеҙ система булдырыу мөһим”. РФ Президенты В.В. Путин Мөрәжәғәтнамәһенән.

“Йыл башынан төбәктәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһына күсте. Әгәр ҙә ул тик сүп-сар сығарыуға хаҡ артыуы ғына икән - был эш түгел, ә профанация. Халыҡ нимә өсөн түләгәнен белергә, ысынбарлыҡта ниндәй ыңғай үҙгәрештәр булыуын күрергә тейеш. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә, уны сығарыу, эшкәртеүҙә заманса, хәүефһеҙ система булдырыу мөһим”.

РФ Президенты В.В. Путин Мөрәжәғәтнамәһенән.
Республика халҡы төбәктә сүп-сар сығарыуға түләү квитанцияларын алды. Редакция почтаһына ауылдарҙан 35 һум урынына 70 һум түләү килеүе, йәшәү урыны буйынса теркәлгәндәр һаны дөрөҫ булмауына борсолоп шылтыратыусылар һаны арта.

“Эко-Сити” төбәк операторы матбуғат секретары Олеся Арамелова яуап бирә:
- Эйе, февралдә ҡала-район халҡы сүп сар сығарыуға квитанциялар алды. Абоненттарҙың дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт алыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ, ул йортта, фатирҙа йәшәү урыны буйынса теркәлгәндәр һанына бәйле. Был осраҡта кисекмәҫтән төбәк операторына артыҡ түләнгән сумманы ҡайтарыуҙарын һорап, ғариза яҙырға кәрәк.
3-се зонаға ҡарағандар “Эко-Сити” операторына һәр теркәлгән кешенең паспорт күсермәһен (теркәлеү буйынса штамп ҡуйылған бите мотлаҡ) ғаилә составы, йәки ваҡытлыса теркәлгәндәр тураһында белешмәне (уны “Идарасы компания” йәки ауыл советы хакимиәтенән алырға) үҙҙәренә уңайлы ысул менән мөрәжәғәт итергә тейеш. (Дауамын гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ)