Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 19:20

Тауыштарын биреп, илһөйәрлектәрен күрһәттеләр

Әбет, Эткөсөк, Ерек, Түбәнге Таш ауылдары халҡы ла гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны. Киске 5-кә тиклем унда һайлау хоҡуғына эйә булған 555 кешенең 60-тан ашыу проценты тауыш биргәйне. Һайлау участкаһы секретары Миләүшә Бикҡужина билдәләүенсә, халыҡ дәррәү йыйылған.

Әбет, Эткөсөк, Ерек, Түбәнге Таш ауылдары халҡы ла гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны. Киске 5-кә тиклем унда һайлау хоҡуғына эйә булған 555 кешенең 60-тан ашыу проценты тауыш биргәйне. Һайлау участкаһы секретары Миләүшә Бикҡужина билдәләүенсә, халыҡ дәррәү йыйылған. Кешенең күпләп килгән осорона тура килтереп концерт ҡуйғандар. Һайлаусылар Эльвина Арыҫланова, Рәйлә Смаҡова, Диана Ҡобағошева, Әлфиә Фәтҡуллиналарҙың тыуған төйәк, Башҡортостан тураһында илһөйәрлек темаһына сығыштарын яратып ҡабул иткән.
Йола буйынса 18 йәше тулып, һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашҡандарға, улар быйыл 7-әү, приз биргәндәр. Шулай уҡ иртән беренсе булып килгән кешене, йәғни Ерек ауылынан Хәмит Күсмәевты бүләкләгәндәр.
Читайте нас в