Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Декабрь 2019, 16:52

Республикала өс район башлығы алмашынды

16 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктә кадрҙар үҙгәреше хаҡында хәбәр итте.

16 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктә кадрҙар үҙгәреше хаҡында хәбәр итте.


Башҡортостан башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы кәңәшсеһе булып эшләгән Марат Йосопов Благовар районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.


Хәйбулла районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Бөрйән районы хакимиәтенең элекке башлығы Рөстәм Шәриповҡа йөкмәтелде.


Бөрйән районында етәксе вазифаһын быға тиклем муниципалитет башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән Ғәзиз Манапов башҡара.