Конгэк
+15 °С
Болотло
TelegramVKОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июнь 2020, 17:38

"ҒОРУРЛАНАБЫҘ! ХӘТЕРЛӘЙБЕҘ! ИХТИРАМ ИТӘБЕҘ!” АКЦИЯҺЫ ҮТӘ

6 июндә Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө билдәләнәсәк. Был көндө “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Ихтирам итәбеҙ!” акцияһы сиктәрендә ҡала һәм райондарҙа ирекмәндәр парк, сквер, ташландыҡ һәм иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерәсәк.

6 июндә Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө билдәләнәсәк. Был көндө “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Ихтирам итәбеҙ!” акцияһы сиктәрендә ҡала һәм райондарҙа ирекмәндәр парк, сквер, ташландыҡ һәм иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерәсәк.
Акцияла 3000 самаһы ирекмән һәр зыяратҡа ингән урында мәғлүмәт стенды ҡуйырға ярҙам итәсәк. Унда зыяраттың схемаһы, унда булыу ҡағиҙәләре, эш тәртибе, ерләнгән билдәле шәхестәр, хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында белешмә урын аласаҡ.
Муниципалитеттарҙа өмәләр уҙасаҡ. Ирекмәндәр сквер, парк, зыяраттарҙа урынлашҡан обелисктарҙы төҙөкләндерәсәк, ташландыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күмелгән урындарҙы йыйыштырасаҡ, биләмәне үләндән таҙарта, ваҡ ремонт эшләп, ҡәберлектәрҙе һәм кәртәләрен буяй. Бынан тыш ирекмәндәр бөтә объекттарҙа ла социаль дистанция үтәүҙе тикшерәсәк.
Был “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Ихтирам итәбеҙ!” проектын Башҡортостан командаһы “Быуындар тауышы” белем биреү проекты сиктәрендә эшләп сығарған. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Проект үҙ эсенә бик күп патриотик сараларҙы индерә: Дан аллеяларын, хәтер урындарын, хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү, тематик автойөрөштәр, “Геройҙар стенаһы” республика акцияһы, “Еңеү йөҙҙәре” китабын сығарыу, муниципалитеттар өсөн конкурстар ойоштороу һәм башҡалар. Проектҡа 4 февралдә республиканың Хәрби дан музейында старт бирелде.


Читайте нас в