Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Декабрь 2020, 19:55

2020 йылды йомғаҡлап

Беҙҙең район быйыл да, һәр ваҡыттағыса, барлыҡ күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтендә барҙы.

2020 йылды оҙатабыҙ. Ул тарих биттәрендә генә тороп ҡаласаҡ. Кешелек өсөн ауыр һынауҙары, юғалтыуҙары, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре күп булһа ла, уның ыңғай хәл-ваҡиғалары, матур күренештәре лә юҡ түгел . Беҙҙең район быйыл да, һәр ваҡыттағыса, барлыҡ күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтендә барҙы. Уҙып барған йылдың һөҙөмтәләрен барлағанда, ысынлап та, район һәм ҡала кимәлендә байтаҡ күркәм эштәр башҡарылғаны күренде.
Йыйыштырған ер түгел, сүпләмәгән ер таҙа
Уҙып барған Зауыҡлы биләмәләр йылында Башҡортостанда барлығы 4240 тораҡ пунктты төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылғайны. Йыл башынан алып республика етәкселеге ауыл һәм ҡалаларҙың тышҡы йөҙөн үҙгәртеү, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн күп көс һалды. Был юҫыҡта эш артабан да дауам итәсәк.
Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү тәү сиратта газон һәм тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, ҡоймаларҙы һәм яҡтылыҡ ҡоролмаларын алмаштырыуҙы үҙ эсенә алды. Һәр муниципалитет ҡайҙа һәм ниндәй күләмдә эш башҡарыуҙы үҙе хәл итте, өмәләр ойошторолдо, тирә-яҡ таҙартылып, йорт алдарында торған ташландыҡ автомобилдәр алынды.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың «Йыйыштырған ер түгел, сүпләмәгән ер таҙа» тигән һүҙҙәре һәр кемгә үҙе йәшәгән ерен тәртиптә тоторға этәргес бирҙе.
Республика биләмәһендә уҙған «Йәшел Башҡортостан», Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған Иҫкә алыу һәм хөрмәт күрһәтеү көнө акцияларында, аҙна һайын ойошторолған «Таҙа йома» экология өмәләрендә бөтәһе 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Беҙҙең район да ил, республика кимәлендә уҙған бер генә саранан да ситтә ҡалманы. «Йәшел Рәсәй», «Йәшел Башҡортостан», «Таҙа яр», «Еңеү урманы» акцияларында ҡатнашты, йома һайын теләгән һәр кем үҙ биләмәһен йыйыштырырға сыҡты. Парк һәм скверҙар, зыяраттар, йәмәғәт урындары, шулай уҡ Мәләүез, Ағиҙел, Нөгөш, Һуҡайлы йылғалары ярҙары сүп-сарҙан таҙартылды. Бындай өмәләрҙә район һәм ҡала хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.
Районда сүп-сар мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Ҡалала бөтәһе 57 сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары булдырылып, уларға махсус һауыттар урынлаштырылһа, ауыл биләмәләрендә уларҙың һаны 224-кә етә. Тирә-яғыбыҙҙы таҙа тотоу өсөн урындағы етәкселек тарафынан барлыҡ шарттар булдырылһа ла, урамдарҙа, йорт алдарында аунап ятҡан сүп-сарҙы күреп күңел ҡырыла. Үҙебеҙ йәшәгән биләмәне тәртиптә тотоу һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы икәнен онотмаһаҡ ине.
Ҡала урамдары күркәмләнде
Ҡала урамдарына йәйәүлеләр өсөн бөтәһе 898 метр оҙонлоғонда яңы тротуар һалынды, 348 метры төҙөкләндерелде, бордюрҙар алмаштырылды. Иҫке ҡоймалар урынын яңылары алғас, Мәләүез күҙгә күренеп үҙгәрҙе, күркәмләнде. Яҡтылыҡ етмәгән урындарға ҡоролмалар урынлаштырыу ҙа халыҡ өсөн ҡыуаныслы булды.
Йорт ихаталары төҙөкләндерелде
«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә һигеҙ йорт ихатаһы тәртипкә килтерелде. Унда футбол, баскетбол уйындары өсөн айырым урындар булдырылған. Ихаталарға яңы сүп һауыттары һәм ял итеү эскәмйәләре урынлаштырылған. Биләмәне төҙөкләндереүгә барлығы 23 миллион ярым һум аҡса тотонолған, эштәрҙе «Стройтранс М» ойошмаһы башҡарған.
Ҡаланың 32-се биҫтәһендә спорт һәм уйын майҙансығы асылды. Унда кескәйҙәр ваҡытын файҙалы итеп үткәрһен өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған.
Юлдар ремонтланды
Район буйынса барлығы 29,4 саҡрым юл ремонтланған, шуларҙың 20 саҡрымы ауылдарҙа, 9,4-е- ҡала эсендә. Был эштәргә республика һәм район бюджетынан барлығы 76,5 миллион һум аҡса тотонолған. Ҡаланың Смоленск урамында, йорт ихаталарында асфальт ҡатламы алмаштырылған.
Һәйкәлдәр яңы төҫ алды
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, төрлө йылдарҙа хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр төҙөкләндерелеп, улар яңы төҫ алды.
Киләсәктә ҡаланы мөһим үҙгәрештәр көтә
Мәләүездең Рәсәй кимәлендә уҙған «Бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы шарттар булдырыу» конкурсында еңеүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. Был конкурстың төп маҡсаты - ҡаланың тышҡы йөҙөн үҙгәртеү, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү. Проект Мәскәүҙең «Биләмәләрҙе төҙөкләндереү үҙәге», Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм Мәләүез ҡала биләмәһе хакимиәте менән берлектә эшләнде.
Проектҡа ярашлы, ҡаланың Спорт һарайы алды, Үҙәк майҙан, Мәләүез йылғаһы ярынан баҙарға тиклем ара һәм автовокзал биләмәһе үҙгәрештәр индереү урыны итеп һайланды.
Беренсе сиратта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автовокзалды төҙөкләндереү, йәйәүлеләрҙең, шулай уҡ транспорт хәрәкәтен яйға һалыу күҙ уңында тотола.
Киләсәктә Мәләүез йылғаһы тулыһынса таҙартылып, уның яры ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урынына әйләнәсәк, уның заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары менән йыһазландырылыуы көтөлә. Шулай уҡ балыҡ тотоу, өйрәктәрҙе ашатыу өсөн айырым урындар, күперҙәр барлыҡҡа киләсәк. Оло йәштәгеләр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым ял зонаһы булдырыла.
Автовокзал биләмәһе лә үҙгәрә. Унда юлсылар, ситтән килгән ҡунаҡтар һәм водителдәр өсөн ял итеү, тамаҡ ялғау урындары, сквер булдырыу планлаштырыла.
Үҙәк баҙар биләмәһендә балалар үҙәге, йәштәр өсөн осрашыу, аралашыу урыны, кафелар асыласаҡ.
Ҡалаға ингән ерҙә уның исеме яҙылған арт-объект, стела, һәйкәл урынлаштырыу ҡарала. Биләмәне йәшелләндереү, ағастар һәм үҫентеләр ултыртыу дауам итәсәк.
Киләсәктә беҙҙе ошондай мөһим үҙгәрештәр көтә. Район һәм ҡала халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, Мәләүездең тышҡы йөҙөн күркәмләндерерлек байтаҡ эштәр эшләнәсәк.
Был һанап киткәндәре иһә башҡарылғандарҙың бер өлөшө генә. Ҡала урамдарына сәскәләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, туҡталыштарҙы тәртиптә тотоу, яҙ башланыу менән бордюрҙарҙы, ағастарҙы аҡлау, юл ситтәрендәге үләндәрҙе сабыу, ҡыйҙан таҙартыу, сүп-сар майҙансыҡтарынан ҡаты ҡалдыҡтарҙы ташыу, ҡышын ҡала урамдарын, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу... Һанай китһәң, әллә ни күҙгә ташланып бармаған был эштәр йыл әйләнәһенә дауам итә.
Күреүебеҙсә, беҙҙең район уҙып барған йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай. Ҡала ғына түгел, ауылдар ҙа йылдан-йыл күркәмләнә, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр кисерә, урындағы етәкселек халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Беҙ иһә булғандың ҡәҙерен белеп, үҙебеҙҙең төйәкте һаҡлауға, тәртиптә тотоуға өлөшөбөҙҙө индереп йәшәһәк ине.