Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Июль 2021, 11:50

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Григина: «Мөһим сараға әҙерлек башланды»

Уҙған аҙнала территориаль һайлау комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.

Уҙған аҙнала территориаль һайлау комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Унда һайлауға әҙерлек, муниципаль берәмектәрҙең округ һайлау комиссиялары вәкәләттәрен территориаль һайлау комиссияһына тапшырыу, календарь планын һәм территориаль һайлау комиссияһының эш тәртибен раҫлау, кандидаттарҙы депутатлыҡҡа тәҡдим итеү буйынса документтар ҡабул итеүҙе, һайлаусыларҙың ҡултамғалар һанын асыҡлауҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта территориаль һайлау комиссияһы рәйесе 1 июлгә ҡарата һайлаусылар һаны буйынса сығыш яһаны.
Шулай уҡ «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһын ҡулланыуҙы контролдә тотоу, урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү өсөн эшсе төркөм ойошторолдо, һайлаусыларға теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт биреү саралары күрелде.
Ултырышта участка комиссиялары ағзалары исемлеге асыҡланды, мөһим һорауҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: