Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июль 2021, 18:05

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде

Зариф Байғусҡаров льготалы категориялы граждандарҙың хоҡуғы тураһында айырым туҡталып үтте. Башҡортостанда 304 мең граждан был категорияға инә, өс йылға бер тапҡыр улар санаторийҙа бушлай һаулығын нығыта ала.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты  Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты  Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде

Башта ул үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән килгәндәрҙе ҡабул итте. Мәҫәлән, Сергей Никитинды “Спартак” стадионының киләсәге борсой. Тәүге ике йылда ундаүҙгәртеп ҡороу ҡаланың көсө менән башҡарыла, аҙаҡтан туҡтап ҡалған. Янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалғандар ярҙам һораны. Йәмғеһе ундан ашыу үҙен борсоған һорауға яуап алырға килгән. Дәүләт эшмәкәре һәр үтенесте иғтибар менән тыңланы, ҡайһы берҙәренең үтәлешен шәхсән күҙәтеү аҫтына алды.

2016 йылдан алып Мәләүез районына Зариф Закир улы 21 тапҡыр килгән,  халыҡ менән 50-гә яҡын осрашыу үткәргән.

Мәҙәниәт йортонда ҡала активистары, ойошма, учреждение етәкселәре менән осрашыунда үҙе эшләгән дәүерҙә закондарға индерелгән үҙгәрештәр, яңы ҡабул ителгәндәре менән таныштырҙы. “Элегерәк йәш ярымға тиклем генә балаларға пособие түләнә ине, аҙаҡтан 7 йәшкә тиклем күтәрелде. Өс аҙна элек кенә  8 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға пособие түләү тураһында закон ҡабул ителде. Ул һәр ғаиләгә финанс ярҙам буласаҡ”, - тине Зариф Закир улы. Ошоға тиклем, сабыйы ауырығанда йәш әсә эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында ҡағыҙ алһа, эш хаҡының 60 проценты ғына түләнә ине. 1 июлдән хеҙмәт стажына ҡарамай, ул 100 процент түләнә башлаясаҡ. Ошоға тиклем көслө заттарҙың әрме хеҙмәтендә ингән йылдары стажға индерелмәгән булған, быйылдан ул йылдар ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Ауыл ерендә йәшәп хаҡлы ялға сыҡҡандар, әгәр ниндәйҙер сәбәп менән ҡала еренә йәшәргә күсһә, өҫтәмә түләүҙәрҙән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Киләһе йыл башынан, уларға ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан был өҫтәмә аҡса пенсияға ҡушып түләнәсәк.

Ауыл ерҙәрендә аптекалар юҡлығы, дарыуҙар һатылмауы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты Зариф Закир улы. Тиҙҙән күсмә аптекалар ойошторолоуы, унда махсус белемле медицина хеҙмәткәрҙәре эшләүе, фармацевтика компаниялары дарыу һатыу ойошторолоуы тураһында әйтте. Ауылда 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән осраҡта ла бәйләнеш компанияларына интернет селтәре уҙғарыу тураһында ҡушылған.

Зариф Байғусҡаров льготалы категориялы граждандарҙың хоҡуғы тураһында айырым туҡталып үтте. Башҡортостанда 304 мең граждан был категорияға инә, өс йылға бер тапҡыр улар санаторийҙа бушлай һаулығын нығыта ала. Әммә күптәр үҙҙәренең был хоҡуғы тураһында белмәй. “Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡарағандар 1 октябргә тиклем социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк”. - тине ул үҙенең сығышында.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты  Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Мәләүез ҡалаһына килде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: