Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Ғинуар 2022, 07:25

Йыл нисек кенә һынаһа ла, бирешмәнек, тырыштыҡ

“Көнгәк”, “Путь Октября” гәзиттәре, “Сатурн” телерадиокомпанияһы хәбәрселәре район хакимиәте башлығы менән осрашты

Йыл нисек кенә һынаһа ла, бирешмәнек, тырыштыҡ
Йыл нисек кенә һынаһа ла, бирешмәнек, тырыштыҡ

Яңы йыл алдынан һәр ваҡыт йомғаҡ яһала, атҡарылған бурыстар барлана. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ике сәғәт барған сарала төрлө мәсьәләләр күтәрелде, халыҡты борсоған көнкүреш һорауҙарға яуап бирелде.

Предприятиелар ҡеүәте арта

Ике йыл пандемия шарттарында эшләгән ойошмалар ҡәҙимге күрһәткескә ҡайтыуы ҡыуандыра, яңы проекттар бойомға ашырыла. Етештереү күләме быйыл 14,5 миллиард һум тәшкил итә, уҙған йылға ҡарата - 115 процент. Иҡтисади күрһәткестең 4,5 миллиард һумы “Минераль ашламалар” йәмғиәтенә тура килә. Байтаҡ ваҡыт туҡталып торған “Урал” ҡошсолоҡ комплексының продукция етештереүсәнлеге йылдан-йыл арта. Быйыл тауар күләме 3,5 миллиард һум булды (120 процент). Бөгөн унда 800 мең баш күркә һимертеүгә ҡуйылған, 30 мең тонна ит етештерелгән. Сауҙа селтәрҙәре үҫешә. “Индюшкин” бренды менән продукция төрлө субъекттарға һатыуға сығарыла. Мәләүез һөт-консерва комбинаты күрһәткесе лә юғары – 1 миллиард 900 миллион һум. Киләсәктә кескәйҙәр өсөн тәғәйен ҡоро ҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса 1,5 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ, 100 кешелек яңы эш урыны күҙаллана. Уникаль проектта йылына 10 мең тонна ҡоро ҡатнаш аҙыҡ етештереү планлаштырыла. Аҙыҡ сертификация үкән дә инде, бөтә талаптарға яуап бирә.

Ит комбинаты хужа алмашынғас, ыңғай үҙгәреш һиҙелә. Яҡын арала колбаса, консерва цехтарын асыу планлаштырыла.

Тимер-бетон ҡорамалдары заводы Благовещен заводы менән берләште һәм етештереү күләмен арттырҙы. Тауар сифаты юғары. Башлыса ул хәрби аэродромдарҙы төҙөүгә ҡулланыла, хатта Төньяҡ боҙло океан яғына оҙатыла.

Стадион яҙмышы

2016 йылда беҙҙең стадион “Башҡортостандың 100 объекты”на индерелде. Элек унда төрлө кимәлдә чемпионаттар үтә ине. 1986 йылда уҙған бобслей буйынса СССР чемпионатын халыҡ әле лә хәтерләй. Ышанысһыҙ подрядсы арҡаһында төҙөлөш туҡтап ҡалғайны. Әле яңылары килде. Киләһе йылда стадионды асыр өсөн бөтә көстө һаласаҡбыҙ. Беҙҙең йәштәр яҡшы шартта шөғөлләнергә тейеш. Өмөтлө спортсыларыбыҙ күп.

Аграрийҙар һынатмай

Һауа шарттары төрлөсә һынаһа ла, ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл бөтә төр баҫыу эшенваҡытында һәм теүәл үтәне. Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы ныҡ һиҙелә. 242 миллион һумлыҡ субсидияға яңы техника, тоҡомло мал, химия саралары һатып алынды. Былтыр техника базаһы 526 миллион һумға яңыртылһа, быйыл машина паркы 512 миллион һумға тулыланды.

Фермерҙарҙың да эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Быйыл 55 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алдылар. Йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, район ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн диплом менән бүләкләнде. Планда - тоҡомло малды үрсетеү.

Ҡаланың тышҡы “йөҙө”нә иғтибар арта

Йәшәгән урын һәр саҡ күркәм, матур булырға тейеш. Бөгөн килешеүһеҙ беркетелгән, иҫкереп, уңып бөткән реклама баннерҙары, алтаҡталар тәртипкә килтерелә. Уларҙы урынлаштырырға теләгәндәр өсөн реконструкция реестры эшләнде, аукцион уҙғарыла. Ҡайҙа, ниндәй баннер урынлаштырыу ҡаланың баш архитекторы етәкселегендә ойошторолған эшсе төркөм аша хәл ителә. Әйткәндәй, был төркөмдә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар ҙа бар.

Быйыл байтаҡ объект төҙөкләндерелде

Ҡалабыҙҙа эшләгән бөтә программа, проекттар мөһим. Үҙәк майҙан, “Дан”, Гагарин исемендәге парктар яңы төҫ ала. 2020 йылда беҙ “Тарихи биләмәләрҙең бәләкәй ҡалалары” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡтыҡ һәм федераль бюджеттан 90 миллион һум, республика бюджетынан 76 миллион һум аҡса юллап, район бюджетынан 3 миллион һум өҫтәп, “Ҡайын тракты” проектын бойомға ашырабыҙ. Спорткомплекс, Универмаг эргәһе, Мәләүез йылғаһы яры төҙөкләндерелә.

Боҙ һарайы буласаҡмы?

Үрҙә билдәләнгәнсә, район-ҡалабыҙҙа һәләтле спортсыларыбыҙ, тренерҙар составы бар. Үҙем хоккейсы, Башҡортостан Республикаһы чемпионы булараҡ, был һорауға етди ҡарайым. Боҙ һарайын төҙөргә 8 миллион һумлыҡ проект эшләнде, әле экспертиза үткәрелә. 500 тамашасыға иҫәпләнгән объект төньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә ҡалҡып сығасаҡ. Әле эшләгән хоккей корты ремонтланды: резина япма, душ кабиналары яңыртылды.

Сүп-сар һәр саҡ актуаль

Ике йыл дауамында сүплек реформаһы бара. Беҙҙең биләмәлә “Эко-сити” төбәк операторы билдәләнгән. Яҙ, көҙ айҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан тыш үҫемлек сүбе артыуы күңелде ҡыра. Халыҡ уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Регламент буйынса төбәк оператор был төр ҡыйҙы йыйырға тейеш түгел. Яҡын арала үҫемлек ҡалдыҡтарын өйөргә урын билдәләнәсәк. Уны махсус машиналарҙа ваҡлап, эшкәртеп ашлама булараҡ ҡулланыу ҡарала.

Йыл тәьҫораты һәм байрам алды кәйефе

Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизәгә ышана. Мин дә яҡшы теләктәремде юллайым. Күптәребеҙ пандемияла яҡындарыбыҙҙы юғалттыҡ. Сәләмәт тормошҡа иғтибарҙы арттырайыҡ, вакцина яһатыуға етди ҡарайыҡ. Бөгөн районда 74 процент кеше прививка яһатҡан. Һаулыҡтан да ҡәҙерле нәмә юҡ. Йылды яҡшы тамамлайбыҙ. Башланған эштәр дауам итәсәк. Барыһына ла рәхмәтемде белдерәм, уңышлы, имен киләсәк теләйем.

Йыл нисек кенә һынаһа ла, бирешмәнек, тырыштыҡ
Йыл нисек кенә һынаһа ла, бирешмәнек, тырыштыҡ
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: