"Кейәүгә һуңлап ҡына сыҡтым. Ҡарт ҡыҙ йәшендә инем инде. Төҫкә-башҡа ла төшөп ҡалғандарҙан түгелмен, әммә егеттәр миңә бөтөнләй иғтибар итмәй торғайны. Күрше ауылға ниндәйҙер райондың халыҡ театры ҡуйған тамаша ҡарарға барғайным. Клуб мейесе артында тиерлек торған бер ҡап-ҡара ҡашлы егет минән күҙен алманы.
Спектакль бөткәс, бер аҙ гармунға бейенек, аҙаҡ трактор санаһына ултырып ҡайтырға сыҡтыҡ. Теге егет башҡалар кеүек эргәгә килеп түгел, ә клуб тупһаһында тороп, ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Иртәгеһенә магазинға эшкә китеп барһам, шыжлап атлы сана ҡаршыға осраны. Мине таныманы булһа кәрәк, исемемде әйтеп, йәшәгән өйөмдө һораны. Ҡыҙыҡ күреп, әйттем дә ебәрҙем.
Шулай, эшләп торһам, әсәйем һылыуымды минең арттан ебәргән. Ҡайтһам, был минең ҡулымды, дөрөҫөрәге йөрәгемде һорарға килгән. Йөрәк йәки йән тиһәң, дөрөҫөрәктер, моғайын.
Әҙәми затҡа оҡшамаған ине ул. Һөйләшмәй ҙә, әрләшмәй ҙә, әрләмәй ҙә. Йорт эшенә лә, йәмәғәт эшендә лә артыҡ тырышлығы булманы. Ятһа йоҡлап бара, торһа ашап бара тигәндәре тап уға тап килә. Уныһына ла түҙергә булыр ине, әммә бер сәйер түҙеп торғоһоҙ ине. Көндөҙ кеше күҙенә бик күренеп бармаған, улай ғына ла түгел, хатта ҡасҡан, йәшенеп ҡалған был егет кистәрен алмаштырып ҡуйған һымаҡ була торғайны. Рәхәтләнеп шаяра, көлә. Мунса яға ла, бармаһаң, үпкәләй, илай, тауыш күтәрә. Төнө буйы йоҡлатмай, йә үҙен иркәләүҙе үтенә, йә мине аптырата. Ике йыл йәшәйбеҙ, балаға уҙмайым үҙем. Дауаханаға барып тикшерелдем, ни тиһәң дә йәшем уҙып бара, әсәй булғым, бала һөйгөм килә. Минең һаулыҡта бер ниндәй ҙә тайпылыш юҡлығын әйтте врач. Ҡайтып иргә әйтһәм, нимәгә ул беҙгә бала ти. Ошо һөйләшеүҙән һуң ул тағы ла нығыраҡ миңә йәбешә башланы. Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, хатта балаға ла, ти.
Бер аҙҙан мин ябыҡтым. Быны барыһы ла һиҙҙе. Ауырып, эшкә бармай башлағас, уның өсөн байрамға әүерелде. Бер аҙ эсһәң, аппетитың асылыр тип, миңә ҡайҙандыр көмөшкә ташый башланы. Ысынлап та, эсһәм, хәл ингәндәй тойолдо.
Туғандарым мине эскегә һалышып ята тип уйлаған булған тәүҙә. Шунан кемдер минең көсөмдө тап ошо ир алғанын аңлап ҡалған һәм сыбыртҡы менән арт һанына һуғып ҡыуып ебәрҙеләр.
Ул сығып киткәс тә тиҙ генә үҙ хәлемә ҡайтманым әле. Төндәрен уның менән һаташтым. Һәр ваҡыт көслө ҡулдары матҡып тотоп алған кеүек була торғайны. Бер йыл тирәһе шулай аҙапландым. Яҙғы ташҡында батып үлгәс кенә ошо халәтемдән ҡотолдом. Кем булды икән ул? Әҙәм затымы, әллә ен-шайтанмы?"