Хеҙмәтләндереүсе ойошманың йәки хеҙмәт күрһәтеүсе операторҙың реквизиттары хаталы. Был ялған квитанцияның төп билдәләренең береһе. Яҙыуҙарҙы «ГИС ЖКХ» асыҡ реестры йәки элек түләнгән квитанциялағы мәғлүмәттәр менән сағыштырығыҙ.
Хаталар һәм стандарт түгел шрифт. Рәсми документтарға хас булмаған ҡоролош һәм хаталар.
Шикле QR-код. Скан аша «Хеҙмәт файҙаланыусы» бүлегенә үткәс һеҙҙең хеҙмәтләндереүсе ойошманың йәки хеҙмәт күрһәткән операторҙың атамаһы булырға тейеш. Шулай уҡ хеҙмәт файҙаланыусының ИНН һандарын тикшерергә кәрәк.
Дәүмәл дөрөҫ түгел. Күрһәтелгән иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, иҫәп приборҙары күрһәткестәре менән сағыштырығыҙ.
Шәхси мәғлүмәттәрҙә хаталар. Исем-шәрифегеҙҙе, шәхси иҫәп менән шәхси кодты тикшерегеҙ.
Өҫтәмә кәңәштәр:
Квитанцияның тышҡы ҡиәфәте. Мутлашыусылар йыш ҡына баҫма сығымдарын сикләй, шуға күрә квитанция ғәҙәти булмаған ҡағыҙҙа баҫтырыла йәки конвертҡа һалынмай.
Һөҙөмтәлә баҫма квитанцияның дөрөҫлөгөнә шик ҡалһа, ошо уҡ хеҙмәттәр өсөн электрон ысул менән «Госуслуги Дом», «ГИС ЖКХ» йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эре операторҙарҙың һанлы сервистары аша түләгеҙ. Тағы бер ысул – онлайн-банкинг (шәхси иҫәбегеҙ бәйләнгән).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баҫма түләү документтарына иң яҡшы алмаш – электрон квитанция. Уның өҫтөнлөктәре – тиҙ килтерелә, мәғлүмәт тик һеҙгә билдәле, экологик яҡтан һаҡсыл.

Был чек-листты оло йәштәге туғандарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
Материалды әҙерләргә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән «Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге» («ЕИРЦ РБ») ЯСЙ белгестәре ярҙам итте.