Өмбәт ауылы ҡыҙы Гөлмизан Сәғит ҡыҙы менән матур итеп ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә былтыр 50 йыл булған - алтын туйҙарын билдәләгәндәр. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырған Таштимеровтар. Өлкән улдары Илгиз Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында уҡытҡан, хәҙер Себер тарафында эшләй, килендәре Ләйсән менән дүрт бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рәсимә Стәрлетамаҡ ҡалаһында врач, Урал кейәүе менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
(Улар тураһында мәҡәләне гәзиттең 8-се һанында уҡығыҙ)