Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Август 2019, 12:26

Алимент түләргә онотманыңмы?

Ата-әсәләргә балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн күп аҡса түгергә тура килә. Әммә арабыҙҙа тулы булмаған ғаиләләр ҙә бар: атаһы ташлаған, әсәһе балаһынан баш тартҡан. Сәбәптәре төрлө уларҙың.

Ата-әсәләргә балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн күп аҡса түгергә тура килә. Әммә арабыҙҙа тулы булмаған ғаиләләр ҙә бар: атаһы ташлаған, әсәһе балаһынан баш тартҡан. Сәбәптәре төрлө уларҙың.
Алимент түләмәгән кешеләр йылдан-йыл арта. Мәләүез район-ара суд приставтары бүлегендә генә 450 кеше теркәлгән. Һуңғы 8 айҙа Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоу кодексы буйынса административ язаға 64 бурыслы кеше тарттырылды. 22 ғәйепләнеүсегә Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 157 статьяһы 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылды. Бурыслыны табыр өсөн суд приставына бөтә булған сараларҙы ҡулланырға тура килә. Балиғ булмаған балаларына алимент түләүҙән күптәр ҡасып йөрөй. Ундайҙар эҙләүгә бирелә.
2016 йылдың 15 ғинуарында 340 Федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, алимент түләмәүселәрҙең транспорт йөрөтөү хоҡуғын сикләргә мөмкин. Мәләүез районында был сара 20 ғәйепләнеүсегә ҡарата ҡулланылды.
Үҙегеҙҙең бурысығыҙ тураһында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтында таныша алаһығыҙ. Түләү өсөн онлайн электрон түләү системаларын ҡулланырға мөмкин.
Азат ӘХМӘТДИНОВ, Мәләүез районының өлкән суд приставы.
Читайте нас: