Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Июнь 2021, 14:20

Икмәк еҫе һеңгән ҡулдар ҡулдар

Район-ҡала халҡына тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт күрһәткән Мәләүез һыра заводының икмәк-күмәс изделиялар бешереү цехы халыҡты икмәк менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса бай тәжрибә туплаған. Бөгөнгө конкуренция осоронда цехта нисек эштәр бара, етештереү күләме кәмемәгенме, сифаты төшмәгәнме?«Беҙҙең маҡсат - халыҡты юғары продукция менән тәьмин итеү. Хәҙерге заманда икмәк һалғанда күптәр ҡоро сүпрә ҡуллана. Беҙ иһә ҡомалаҡ ҡайнатып әсетеп, брикетлы сүпрә ҡушып дәүләт стандарты буйынса икмәк бешерәбеҙ. Юғары сортлы он ғына ҡулланабыҙ, боронғо рецепттарҙы сер итеп тотабыҙ, уның буйынса бешерелғән ҡалас, батонды халыҡ яратып ала. Беҙ етештергән хуш еҫле икмәк эҫе генә килеш ҡаланың дүрт тиҫтә сауҙа нөктәһенә, Йомағужа, Мораҡ ҡасабалары магазиндарына барып етә», - тип завод алдында ҡаршы алған цех технологы Наталья Беднякова эш барышы менән таныштыра беҙҙе.Социаль әһәмиәткә эйә продуктты әҙерләү процессы лабораторияла башлана һәм шунда уҡ теүәлләнә лә. Етештереү процесында ҡамыр һәм әсеткенең өлгөһөн алалар. Иң элек заводҡа килтерелгән сеймалды - он, сүпрә, повидло, көнбағыш майын ентекләп тикшерәләр. Заводтан сыҡҡанда әҙер икмәкте лаборанттар йәнә күҙ уңынан үткәрә. Белгестәр уның әселеге, дымлылығы, физик һәм химик күрһәткесәренә иғтибар итә.«Беҙҙең төп сеймал - он һәм сөпрә, ондағы елемсәгә, ферментатив әүҙемлегенә айырым иғтибар итәбеҙ. Әҙер продукция ауырлығы һәм башҡа күрһәткестәр буйынса дәүләт талаптарына тура килеүе лә тикшерелә», - ти Наталья Петровна. Айына ике тонна күләмдә һикһәнгә яҡын ассортиментта икмәк-күмәс изделиеһы етештерә цех хеҙмәткәрҙере. Көндөҙ - алты төрлө бәлеш, печеньелар, төнгө сменала икмәк бешерәләр. Цехта 12 хеҙмәткәр эшләй. Мастерҙар Айгөл Сабитова, Эльвира Миңлейәрова, келәт мөдире Надежда Целищева, бәлеш бешереүсе Светлана Васюкова, Наталья Лаптева, ауыр ҡул көсө талап ителгәндә Йәмил Салауатов һәм, ғөмүмән, бар коллектив эшен яратып башҡара. Ҡамыр ризығы тәмле булып бешһен өсөн көсөңдө ҡыҙғанмаҫҡа, бар оҫталығыңды эшкә егергә кәрәк. Һыра заводы директоры Ирек Ғәббәсов етештергән продукцияның сифатын яҡшыртып ҡына халыҡ мөхәббәтен яулап булғаны аңлап эш итә, новаторлыҡ алымдары яҡлы. Яңыраҡ панировка сохарыйы етештереү өсөн ҡорамал һатып алғандар.Улар етештергән продукцияға конкуренттар юҡ, тип иҫәпләй Мәләүез һыра заводының икмәк цехы хеҙмәткәрҙәре.

Район-ҡала халҡына тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт күрһәткән Мәләүез һыра заводының икмәк-күмәс изделиялар бешереү цехы халыҡты икмәк менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса бай тәжрибә туплаған. Бөгөнгө конкуренция осоронда цехта нисек эштәр бара, етештереү күләме кәмемәгенме, сифаты төшмәгәнме?
«Беҙҙең маҡсат - халыҡты юғары продукция менән тәьмин итеү. Хәҙерге заманда икмәк һалғанда күптәр ҡоро сүпрә ҡуллана. Беҙ иһә ҡомалаҡ ҡайнатып әсетеп, брикетлы сүпрә ҡушып дәүләт стандарты буйынса икмәк бешерәбеҙ. Юғары сортлы он ғына ҡулланабыҙ, боронғо рецепттарҙы сер итеп тотабыҙ, уның буйынса бешерелғән ҡалас, батонды халыҡ яратып ала. Беҙ етештергән хуш еҫле икмәк эҫе генә килеш ҡаланың дүрт тиҫтә сауҙа нөктәһенә, Йомағужа, Мораҡ ҡасабалары магазиндарына барып етә», - тип завод алдында ҡаршы алған цех технологы Наталья Беднякова эш барышы менән таныштыра беҙҙе.
Социаль әһәмиәткә эйә продуктты әҙерләү процессы лабораторияла башлана һәм шунда уҡ теүәлләнә лә. Етештереү процесында ҡамыр һәм әсеткенең өлгөһөн алалар. Иң элек заводҡа килтерелгән сеймалды - он, сүпрә, повидло, көнбағыш майын ентекләп тикшерәләр. Заводтан сыҡҡанда әҙер икмәкте лаборанттар йәнә күҙ уңынан үткәрә. Белгестәр уның әселеге, дымлылығы, физик һәм химик күрһәткесәренә иғтибар итә.
«Беҙҙең төп сеймал - он һәм сөпрә, ондағы елемсәгә, ферментатив әүҙемлегенә айырым иғтибар итәбеҙ. Әҙер продукция ауырлығы һәм башҡа күрһәткестәр буйынса дәүләт талаптарына тура килеүе лә тикшерелә», - ти Наталья Петровна. Айына ике тонна күләмдә һикһәнгә яҡын ассортиментта икмәк-күмәс изделиеһы етештерә цех хеҙмәткәрҙере. Көндөҙ - алты төрлө бәлеш, печеньелар, төнгө сменала икмәк бешерәләр. Цехта 12 хеҙмәткәр эшләй. Мастерҙар Айгөл Сабитова, Эльвира Миңлейәрова, келәт мөдире Надежда Целищева, бәлеш бешереүсе Светлана Васюкова, Наталья Лаптева, ауыр ҡул көсө талап ителгәндә Йәмил Салауатов һәм, ғөмүмән, бар коллектив эшен яратып башҡара. Ҡамыр ризығы тәмле булып бешһен өсөн көсөңдө ҡыҙғанмаҫҡа, бар оҫталығыңды эшкә егергә кәрәк. Һыра заводы директоры Ирек Ғәббәсов етештергән продукцияның сифатын яҡшыртып ҡына халыҡ мөхәббәтен яулап булғаны аңлап эш итә, новаторлыҡ алымдары яҡлы. Яңыраҡ панировка сохарыйы етештереү өсөн ҡорамал һатып алғандар.
Улар етештергән продукцияға конкуренттар юҡ, тип иҫәпләй Мәләүез һыра заводының икмәк цехы хеҙмәткәрҙәре.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: