Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Июль 2021, 19:18

Балалы ғаиләләргә социаль льготалар

1 июлдән йөклөлөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындарға һәм 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙарға йәки әсәйҙәргә түләүҙәр өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүлде һәм бөгөн билдәләнгән бурыстар ғәмәлгә ашырыла. 1 июлдән йөклөлөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындарға һәм 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙарға йәки әсәйҙәргә түләүҙәр өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Пособие күләме йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә. Тәүге осраҡта ул өлкән кеше өсөн минимумдың яртыһын тәшкил итәсәк, икенсеһендә балалар өсөн минимумдың яртыһына тиң буласаҡ. Төп шарт – ике осраҡта ла ғаиләнең килеме йән башына тәғәйенләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Буласаҡ әсәйҙәр йөклөлөк буйынса иҫәпкә торған айҙан башлап түләүҙәр ала аласаҡ (әгәр ошо хәлдән һуң 30 көн эсендә мөрәжәғәт итһә) йәки иҫәпкә торғандан һуң ғариза бирелһә, ошо айҙан башлап түләү билдәләнәсәк. Яңғыҙ атайҙарға йәки әсәйҙәргә түләүҙәр 8-ҙән 17 йәшкәсә балаларҙы бер үҙе тәрбиәләгәндәргә һәм шулай уҡ судтан алимент түләү тураһындағы ҡарары булғандарға ла түләнәсәк. Пособие ғаиләләрҙә йәшәгән етем балаларға ла ҡағыла. Был осраҡта пособиены опекун юллай. Түләү күләме индексациялана.
Фото: интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: