Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Август 2021, 16:50

Һәләтле етәксе яңы һулыш өрҙө

Кеше лайыҡлы йәшәһен өсөн, иң беренсе, тормош кимәлен тәьмин итерлек килем килтергән эше, шөғөлө булырға тейеш. Етмәһә, ул һәләтен асырлыҡ яратҡан һөнәре булһа, был – үҙе ярты бәхет. Ундай хеҙмәткәр бар күңелен биреп эшләй, эшенән кинәнес ала һәм йәмғиәткә лә күберәк файҙа килтерә.  Шуға күрә илдә граждандар мәшғүллегенә ҙур иғтибар бирелә. Ә хеҙмәт баҙарында хәл ябай түгел. Беҙҙең ҡалала Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәләүез районы буйынса филиалы эшһеҙлекте кәметеү, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү,  үҙ урынын табырға ярҙам итеү маҡсатында даими эш алып бара. Һуңғы йылда ойошма үҙгәрештәр кисерҙе, Көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге  Күмертау ҡалаһында урынлашҡан, ә Мәләүез районы буйынса филиал эшләй. Бөгөн йәш булһа ла, ҙур тәжрибә туплап өлгөргән оҫта етәксе Юлиә Мырҙабулатова менән яңы һулыш алған филиал эшмәкәрлеге менән таныштыра.

Һәләтле етәксе яңы һулыш өрҙө
Һәләтле етәксе яңы һулыш өрҙө

2021 йылдың 1 ғинуарына эшһеҙҙәр һаны 1430 кеше, йәғни эшкә һәләтле халыҡтың 3,31 проценты иҫәпләнһә,тәүге ярты йыл йомғаҡтары буйынса эшһеҙлекте кәметеүгә өлгәштек. Бөгөнгә был күрһәткес - 1,27 процент. 2021 йыл башында эш биреүселәрҙән 609 тәҡдим  булды, уның 422-һе - эшсе һөнәрҙәре. Шуның 599-ы буйынса  эш хаҡы - йәшәү минимумынан юғары. Ә 1 июлгә 864 буш эш урыны бар ине. Үткән ярты йыллыҡта 2216 мөрәжәғәт ҡабул ителде. Шул иҫәптән эш табырға теләгән 1732 кешенең 926-һы, уның 303-ө мәшғүллек үҙәге аша урынлаштырылды.
Граждандарҙың һөнәри йүнәлеше - мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе. Бының менән мәләүездәрҙең социаль-иҡтисади, психологик, хоҡуҡи үҙбилдәләнеше, хеҙмәт баҙары һәм һөнәри мәнфәғәт араһында баланс тәьмин ителә. Шуға күрә хеҙмәт күрһәтеү йүнәлештәре киңәйтелә. Быйыл һөнәри йүнәлештә - 1401 (үткән йыл 1326 гражданға), социаль яраҡлаштырыу - 166 (125), психологик ярҙам буйынса 155 (132) кешегә дәүләт хеҙмәте күрһәтелгән. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек арта, күптәрҙе эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй.
Хеҙмәт баҙарында хәлде һәм граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу маҡсатында дәүләт ярҙамы ҡаралған. Айырыуса ауыр тормош хәлендә ҡалған балиғ булмағандарҙың мәшғүллеген ойоштороуға иғтибар ҙур. Үҫмерҙәр уҡыуҙан буш ваҡытта ғына эшкә йәлеп ителә. 2020 йылда 112, быйыл 400 уҡыусы каникулда предприятиелар, ойошмаларҙа ваҡытлы килешеү буйынса эшләне. Шулай уҡ һөнәри йүнәлештә һөҙөмтә бар. 2021 йылда 127 кеше белемен камиллаштырҙы. Был  - хеҙмәт баҙарында талап ителгән бухгалтер, водитель, ЭВМ операторҙары, һаҡсы, парикмахер, маникюр буйынса белгес, ауыл хужалығы тракторсы-машинисы. Мәктәпте һәм башҡа уҡыу йорттарын тамамлағандар менән һөнәри әҙерлек үткәреү өсөн йәмғиәт һәм ойошмалар менән килешеү төҙөлә. Былтыр 10, быйыл 2 йәш белгес стажировка үтергә теләк белдерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр беҙҙең район-ҡалала ҡалып даими эшләргә атлығып тормай.
-Инвалидлыҡта булғандарҙың үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойоуҙары мөһим, эш урыны менән тәьмин итеү уларҙың үҙбаһаһын арттырыу, финанс хәлен яҡшыртыу маҡсатында бик әһәмиәтле. Ваҡытлыса урынлаштырабыҙ, мөмкин булғанда эш урыны булдырыла. Был йүнәлештә инвалидтар йәмғиәте һәм эшҡыуарҙар менән бәйләнеш юлға һалынған. Йыл аҙағына тиклем 3500 вакантлы эш урыны тураһында тулы мәғлүмәт туплау, был йүнәлештә даими эшләйбеҙ. 2600 кешегә үҙ шөғөлөн табырға ярҙам итеү бурысы ҡуйғанбыҙ, эшһеҙлек кимәлен  1,3 проценттан арттырмау маҡсатыбыҙ.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: