Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Сентябрь 2021, 14:05

Ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы

Сауҙа нөктәһенә Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Мәләүез районынан килгәндәр балдың төрлө сорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итте.

Ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы
Ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы

Сауҙа нөктәһенә Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Мәләүез районынан килгәндәр балдың төрлө сорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итте. Йәрминкә ҡунаҡтары балдың төрлө сорттарын тәмләп ҡараны, етештереүселәр менән аралаша, һөнәр нескәлектәренә төшөнә, ә иң мөһиме- ҡышҡылыҡҡа бал запасы туплай алды. Балдан тыш, умартасылыҡтың башҡа продукттары:  сәскә һеркәһе, перга, прполис һатып алыу мөмкинлеге булды. Татлы ризыҡ менән сауҙа итеүселәр һүҙенә ҡарағанда, һатып алыусылар араһында йүкә балы иң популяр һанала, уның тәме һәм дауалау үҙенсәлектәре һәр кемгә билдәле.

Үҙәк баҙар майҙанында ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәрминкәгә килгән ҡунаҡтарға бай концерт программаһы әҙерләгәйне. Концерт программаһы номерҙары араһында умартасылар, йәш балаларҙың рәсемдәре араһында төрлө конкурс саралары уҙғарылды. Гәзитебеҙҙең киләһе һанында конкурста еңеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласаҡһығыҙ.

Ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы
Ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: