Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Сентябрь 2022, 12:00

ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ, МАҠТА, ХУПЛА!

Психолог, яҙыусы Луиза Хейҙың төшөнкөлөккә бирелгән кешеләргә биргән кәңәштәре.

ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ, МАҠТА, ХУПЛА!
ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ, МАҠТА, ХУПЛА!
  1. Үҙеңде тәнҡитләүҙән туҡта! Тәнҡит һине үҙгәртмәҫ. Унан баш тарт. Үҙеңде нисек бар—шулай ҡабул ит. Үҙеңде тәнҡитләһәң—үҙгәреш негатив була. Үҙеңде маҡтап, хуплаһаң—позитив тулҡынға көйләнерһең.
  2. Төрлө уйҙар менән үҙеңде ҡурҡытыуҙан туҡта. Ҡурҡыныс уйҙарҙан яҡшыларына күс.
  3. Мәрхәмәтле, изге һәм сабыр бул. Үҙеңә мәрхәмәтле бул. Яңыса фекерләргә өйрән. Үҙеңә иң яратҡан кешеңә ҡараған һымаҡ ҡара.
  4. Үҙ аҡылыңды хөрмәт ит. Үҙеңде күрә алмау—үҙ уйҙарыңды күрә алмау. Быны эшләргә ярамай. Үҙгәр.
  5. Маҡта үҙеңде. Үҙеңде тәнҡитләү рухты емерә. Маҡтау ҡанатландыра. Үҙеңде йышыраҡ маҡта. Тормош мәшәҡәте, ваҡ-төйәге һеҙгә проблема булмауын йыш ҡабатлағыҙ.
  6. Үҙегеҙҙе хуплағыҙ. Хуплау алымдары табығыҙ.
  7. Үҙ етешһеҙлектәрегеҙгә лә һөйөү менән ҡарағыҙ. Үҙ тотошоғоҙҙағы иҫке негатив стереотиптарҙан арынығыҙ.
  8. Тәнегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ, физик күнегеүҙәр эшләгеҙ. Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе яратығыҙ.
  9. Көҙгөгә ҡарағанда күҙегеҙгә йышыраҡ ҡарағыҙ. Яратып ҡарағыҙ. Үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ. “Мин һине яратам. Мин һине ныҡ яратам” тип үҙегеҙгә әйтегеҙ.
  10. Кәрәк нәмәне хәҙер үк эшләгеҙ. Нимәлер тәртипкә һалынғанын, ябыҡҡанығыҙҙы көтмәгеҙ. Хәҙер үк эшләгеҙ. Яңы эш табығыҙ, яңы бәйләнештәр булдырығыҙ. Ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләгеҙ.



    Луиза Хей, психолог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре.

 

 Резеда Валиева, Атайсал

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: