+7 °С
Болотло
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә сабыйҙарҙың да бала сағы сағыу буяуҙарҙан, бәхетле мәлдәрҙән тормай. Ата-әсәлек бурысын тейешле үтәмәгәндәрҙең балалары насар шарттарҙа, аслы-туҡлы көн күрергә мәжбүр. Һыуытҡысты асып күрһәтегеҙ тигәнгә, берәүҙәр буш полкаһын асып ебәрә. Төшкә бәрәнге ҡыҙҙырып ашарға йыйыналар имеш... Балаларын шул тиклем йәл. Ата-әсәләре уларҙы ниндәй көндә йәшәткәнен белһәгеҙ икән... Ул балалар нисек кенә түҙәләр икән?