Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Май 2023, 14:40

Башҡортостанда транспорт хеҙмәтләндереүен үҫтереү буйынса эш дауам итә.

Республикала транспорт реформаһы Радий Хәбировтың төбәк етәксеһе вазифаһындағы тәүге башланғыстарының береһе булды. 2018 йылда пассажирҙар ташыуҙағы тәртипһеҙлек һәм системаһыҙлыҡты күреп, Башҡортостандың яңы башлығы пассажирҙар ташыу баҙары элеккесә булмаясағын белдергән ине.

Дүрт йыл эсендә автобус парктары яңыртылды,маршруттарҙан иҫкеләре юҡҡа сыҡты. Юл хаҡын ҡулаҡса менән иҫәпләшеү мөмкинлеге менән бер рәттән, пассажирҙар банк карталары һәм Алға транспорт картаһы менән түләү хоҡуғын алды. Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы өс йылда  республика бюджетынан 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, 2019 йылдан төрлө класлы меңдән ашыу автобус һатып алынған. Улар „Башавтотранс“ хужалығына тапшырылған.

"Беҙ эҙмә-эҙлекле „Башавтотранс“ты нығыттыҡ. Өфө үҫешә, ҙур автопарк кәрәк. 2023 йылда брутто-контракттар төҙөү планлаштырыла, уларҙың шарттары буйынса ташыусыларға килемде тулыландырыу күҙаллана», - тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин дәүләт Думаһындағы йыллыҡ отчет йомғаҡтары буйынса ауыл халҡы өсөн социаль объекттарҙың уңайлылығын арттырыуға айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты. Бының өсөн РФ транспорт министрлығына ҡыҙыҡһынған федераль һәм төбәк власть органдары менән берлектә 1 сентябргә тиклем ауылдарҙа йәмәғәт транспорты маршруттарына анализ үткәрергә һәм ил Хөкүмәтенә уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә, тиелде.

Башҡортостанда транспорт хеҙмәтләндереүен үҫтереү буйынса эш дауам итә.
Башҡортостанда транспорт хеҙмәтләндереүен үҫтереү буйынса эш дауам итә.
Башҡортостанда транспорт хеҙмәтләндереүен үҫтереү буйынса эш дауам итә.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: