Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Проекттар тормошҡа аша, социаль объекттар ремонтлана

19 июлдә  РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүез районына эш сәфәре менән килде

Халыҡты төрлө мәсьәлә борсой

Район хакимиәтендә Зариф Закир улына  ҡабул итеүгә ундан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Ҡала халҡын мотоцикл, скутер эйәләренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итеүе, йәйәүлеләргә  уларҙың хәүеф тыуҙырыуы ҡәнәғәиһеҙлек тыуҙыра, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһен күтәреүселәр булды.

1960 йылда үҙ ишеген асҡан  “Спартак” стадионының тарихы ҙур. Заманында унда  ил, республика  кимәлендә төрлө саралар ойошторолған. Әммә ремонт талап ителеүгә бәйле ваҡытлыса  ябылған  учреждениеһы һаман да сафҡа тапшырылмай. Ул  2017 йылда реконструкция башланғандан һуң республика балансына тапшырылған. Эштәрҙе тамамлау өсөн аҡса талап ителә.

Күренекле яҡташыбыҙ, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, бер нисә китап авторы  Тәлғәт Шаһманов хаҡлы ялдағы журналистарға гәзит-журналда баҫылған мәҡәлә  өсөн гонорарҙың  пенсияға йоғонто яһауы тураһында борсолоуын белдерҙе. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы  Ҡотлоюл ауылы йүнәлешендә  автобус йөрөмәүе йәш ғаиләләрҙең күсеп китеүенә булышлыҡ итә, тине. Депутат маршрут ябылыуҙың сәбәбәбен халыҡтың был төр транспортҡа ихтыяжы булмау менән бәйләне.

Блогер, “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” фестивален ойоштороусы Инсаф Сәлихов Закир Байғусҡаровты байрамға саҡырҙы, йыр һәм шиғыр байрамын уҙғарыуға  ярҙам һораны.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең  һорауы контролгә алынды, урында сиселеш тапҡандары ла булды.

Ҡабул итеүҙән һуң Зариф Байғусҡаров район-ҡала активы менән осрашты.

Артабан  “Водоканал” коллективы менән аралашты. Предприятие үҫеш юлында, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары даими ремонтлана һәм яңыртыла, һыу сифаты конрольдә.  Бөгөн көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек эштәре дауам итә.

 "Мин республика буйлап күп йөрөйөм, һәм,  ысынлап та сағыштырырлыҡ нәмәләр бар. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ үҙгәрә, үҫешә, яңы парк, аллея, скверҙар барлыҡҡа килә, халҡыбыҙҙың яратҡан ял итеү урындары яңы һулыш ала», - ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Заманса ҡала мөхите  уңайлыҡтар тыуҙыра

Зариф Байғусҡаров “Дан” ял һәм мәҙәни паркын төҙөкләндереү эштәре менән танышты. “Заманса ҡала мөхите” программаһына ярашлы бында подрядсы ойошма паркка инеү һәм сығыу урындарын, фонтан яны майҙанын  ремонтлай. Материал менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡ  юҡ. Эш дүрт этапта башҡарыла һәм  төҙөкләндереүҙән тыш, хәүефһеҙлек,  уңайлыҡ булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Октябрь урамы, 16, 18, Мәскәү урамы, 5 адрестары буйынса күп фатирлы йорттар алдында  балаларҙың  уйын майҙансығы буласаҡ. Бөгөн хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән  ҡоролма урынлаштырыла.  Улар ҙа   “Заманса ҡала мөхите” федераль программа сиктәрендә  башҡарыла.

Республика башлығы итеп һайланғас,  Радий Хәбиров  муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар булдырыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки йәмәғәт киңлеге халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне. Был үҙ эсенә төҙөкләндерелгән парк, скверҙар, ял итеү зоналары, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә ала.

 Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә - уйын аша

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов  5-се мәктәптә депутат бүлгән аҡсаға юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн һатып алынған махсус электрон өҫтәл менән танышты. Әйтергә кәрәк, бындай кластар райондың бер нисә мәктәбендә асылһа ла,  бындай электрон өҫтәл ҡалала беренсе. Махсуслаштырылған кабинетта дәрес уйын формаһында алып барыла һәм юл ҡағиҙәләрен ысын ваҡыт үлсәүендә ҡарарға була.

Бөгөн ремонт эштәре башланған 8-се мәктәптә Өфөнөң “Филком” йәмғиәте эшләй. Уҡыу йортон  капиталь ремонттан һуң 2025 йылдың июлендә асыу күҙаллана.  

Депутат  Первомай ауыл почта бүлексәһендә ремонт эштәре менән танышты. “ Рәсәй почтаһы” федераль программаһына ярашлы, тиҙҙән  халыҡты яңыртылған һәм бөтә уңайлыҡтары булған бүлексәлә ҡабул итәсәктәр.

“Сәләмәт  киләсәк” партия проекты сиктәрендә Воскресенский врач амбулаторияһы бөтөнләй икенсе төҫ алған. Бында киләсәктә туризмды үҫтереү маҡсатында музей асыу күҙаллана. Экспонаттар туплау дауам итә.

Депутат дауахана хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан аралашты, эштәрендә уңыштар теләне.

Зариф Байғусҡаров мәләүездәрҙе артабан да берҙәм булырға һәм проекттарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Проекттар тормошҡа аша, социаль объекттар ремонтлана
Проекттар тормошҡа аша, социаль объекттар ремонтлана
Проекттар тормошҡа аша, социаль объекттар ремонтлана
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: