Рәсәйҙә 2025 йылдан пенсиялар яңы ҡағиҙәләр буйынса индексацияланасаҡ — йылына бер түгел, ә ике тапҡыр. Был хаҡта РФ сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Кеше ресурстары менән идара итеү» база кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швец, тип яҙа «Прайм» агентлығы.
Иҡтисадсы билдәләүенсә, ҡартлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу, шулай уҡ инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар түләүҙәрҙе арттырыуға иҫәп тота ала. Иванова-Швец һүҙҙәренсә, РФ-та индексацияның беренсе этабы һуңғы йылдарҙағы кеүек 1 ғинуарҙа түгел, ә 1 февралдә үтәсәк. Икенсе индексация 2,2 процентҡа 2025 йылдың 1 апреленә планлаштырылған, тип билдәләне Иванова-Швец.
https://ejansura.ru/news/sotsial-lk/2024-09-09/r-s-y-pensiyalar-y-arttyryu-a-ya-y-a-i-l-r-tura-ynda-yl-nel-r-3921