Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Декабрь , 11:14

Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла

Төбәкте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамының сифатын һәм асыҡлығын күтәреү тора.

Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урындағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына республикала йәшәүселәрҙең барыһын да, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был йүнәлештә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары (ФАП) һәм амбулаториялар төҙөү һәм ҡуйыу мөһим аҙым булып тора. Мәҫәлән, Мәләүез районында быйыл ғына Богородское, Троицкое, Корнеевка һәм Тамьян кеүек тораҡ пункттарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Был яңы объекттар кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған, пандустары һәм бөтә пациенттарҙың уңайлылығы өсөн киң ишек уйымдары бар.

Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаев һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге һиҙелерлек үҙгәрештәр, атап әйткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Проект беренсел медицина ярҙамын модернизациялау өсөн яңы офоҡтар аса, был 2023 йылда Һарыш, Сухаревка һәм Антоновка ауылдарында өс фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырырға мөмкинлек бирҙе. 2024 йылда алда һанап кителгән дүрт модулле ФАП асылды. Былар барыһы ла юғары технологиялы медицина ярҙамы менән ауыл халҡына ла ҡулланырға мөмкинлектәр аса.  

- Халыҡтың тыуған ерендә йәшәүе һәм эшләүе өсөн кәрәкле шарттар булдырыу, шул иҫәптән медицина хеҙмәттәре менән тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы сиктәрендә БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, булған учреждениеларға капиталь ремонт үткәрелә һәм яңыртылған урындарҙа эшләү өсөн кадрҙар йәлеп ителә. 2024 йылдың аҙағына тиклем районда Әбет, Даниловка һәм Дмитриевка ауылдарында тағы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, шулай уҡ Ергән ауылында амбулатория асыу планлаштырыла. Был объекттар урынлаштырылған инде, әле лицензиялау стадияһы дауам итә. 2025 йылға Үрге Юлдаш, Ҡыҙрай, Ҡотош, Шәрип, Яңауыл, Смаҡ һәм Һыртлан ауылдарында ете фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡуйыуҙы планлаштырабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаев.

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Саҡмағош районының Рапат ауылынан фельдшер Радий Хәбировҡа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһе тейешле министрлыҡҡа төҙөлөш эштәрен 2025 йылда башҡарырға ҡушты.

- 2025 йылда Башҡортостанда 483 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, был ғәмәлдә ауыл медицинаһын тергеҙеүҙе аңлата. Киләһе биш йыл эсендә федераль финанслау ярҙамында тағы ла 400-500 пункт яңыртыласаҡ. Әле программа өҫтөндә эш алып барыла, - тип билдәләне төбәк башлығы Радий Хәбиров.

Фотолар редакция архивынан.

Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Ярҙам яҡында ғына: Башҡортостанда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: