Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июль 2018, 12:53
Ҡыҫала тотоу фестивале күңелле үтте
“Иштуған” мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығында ҡыҫала тотоу буйынса икенсе тапҡыр үҙенсәлекле фестиваль үтте.
Сараны тантаналы асып, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса республика дәүләт комитеты, БР Туризм үҫеше үҙәге һәм “Иштуған” мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығы тарафынан “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Бында туризмды үҫтереү буйынса актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Ғаилә менән әүҙем ял итеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән был саралала ҡунаҡтар ҡатнашыусыға әүерелде. Көндөң эҫе булыуна ҡарамаҫтан ойоштороусылар тематик һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре, экологик һәм туристик квестар, күңел асыу һәм белем биреү программалары, күргәҙмәләр әҙерләгән ине. Балалар төрлө уйындарҙа теләп ҡатнашты. Ҡыҫалаларҙың ярышы ла бик мауыҡтырғыс күренеш булды. Бынан тыш, фестивалдең символы - «Ҡыҫала» арт-объектын ағастан Өфөнән килгән ҡул оҫтаһы Руслан Ҡауыев эшләне.
«Бөгөнгө заманда эш менән генә мәшғүл булған атай-әсәйҙәр балалары менән ял итеп, күңел асыр өсөн ойошторолдо был фестиваль», - тине фестивалде ойоштороусы Сергей Колесников. Байрамдың төп өлөшө кискә тура килде, унда ҡыҫала тотоп, бешереп күрһәтеү һәм тәмләп ҡарау мөмкинлеге булды. Шулай уҡ Мәләүез үҙэшмәкәр артистар әҙерләгән концерт программаһы тәҡдим ителде. Сара аҙағы йомғаҡ яһау һәм бүләкләү менән тамамланды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит