Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2019, 17:02

Гүзәл заттар сәләмәт тормош яҡлы

Ҡаланың спорт һарайында Әсәйҙәр көнө айҡанлы “Матурлыҡ. Грация. Идеал.” тип аталған ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале уҙҙы.

Ҡаланың спорт һарайында Әсәйҙәр көнө айҡанлы “Матурлыҡ. Грация. Идеал.” тип аталған ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале уҙҙы.
Төрлө йәштәге гүзәл заттарҙы даими физик күнегеүҙәргә һәм спортҡа йәлеп итеү, һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, әүҙем ял ойоштороу өсөн шарттар булдырыу фестивалдең маҡсаты ине.
Бында бишәр кешенән торған 15 команда сафҡа теҙелде. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова ҡотланы. Артабан көсөргәнешле ярыштар башланды. Фестивалдең программаһы буйынса командалар оҙонлоҡҡа һикерҙе, баскетбол кәрзиненә туп ырғытты, кәүҙәне ятҡан килеш күтәрҙе, йүгереүҙә һәм эстафетала ярышты. Командаларҙың бөтәһе лә ныҡлы әҙерләнгәйне, һәр береһе еңеү яулау өсөн тырышты. Сараның аҙаҡы өлөшөндә мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рафаэль Бирҙеғолов, спорт һарайы директоры Фидель Хәкимов үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен белдерҙе. Көсөргәнешле ярышта беренселекте - эшҡыуарҙар союзы, икенсене - “Газпром”дың урындағы филиалы, өсөнсө урынды өҫтәмә белем биреү ойошмаһы алды. Уларға кубок һәм миҙал тапшырылды. Ҡатнашҡан гүзәл заттарҙың барыһы ла Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Был саранан бөтәһе лә ҡәнәғәтлек, рух ныҡлығы тойоп таралышты.
Айһылыу Әбйәлилова, күп профилле һөнәри колледждың математика уҡытыусыһы:
- Бындай сарала ҡатнашыу бик оҡшай, сөнки мин сәләмәт тормош алып барам, спорт яратам. Ғаиләм дә сәләмәт тормош яҡлы, 4 балабыҙ менән ҡыштарын күмәкләп саңғыла йөрөйбөҙ.

Читайте нас: