Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2019, 17:44

Башҡортостанда Донъя кубогы

Сноуборд буйынса Донъя кубогының беренсе этабы Башҡортостанда уҙа.

7 һәм 8 декабрҙә Башҡортостанда Донъя кубогы7 һәм 8 декабрҙә «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге 16 илдән 200 спортсыны ҡаршы ала.

Башҡортостан исеменән Донъя кубогында Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Елизавета Сәлихова сығыш яһай.

Көйәрмәндәр өсөн 200-ҙән алып 1,5 мең һумғаса билеттар һатыла башланы ла инде. 12 метр бейеклектәге трибуна 3300 кешене һыйҙыра ала. Тамашасыларҙың ярышты 10 метрлыҡ ҙур экрандан күҙәтеү мөмкинлеге лә бар.

Ярыштар программаһы:

7 декабрь - параллель слалом-гигант ҡатын-ҡыҙҙар/ир-егеттәр (квалификация, финал);

8 декабрь - параллель слалом ҡатын-ҡыҙҙар/ир-егеттәр (квалификация, финал).