Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Декабрь 2019, 19:31

Көрәш майҙанына сыҡты батырҙар

Бөгөн көнө буйы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының спорт залы шау-гөр килеп торҙо. Бында милли көрәш буйынса асыҡ республика ярышы үтте.

Бөгөн көнө буйы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының спорт залы шау-гөр килеп торҙо. Бында милли көрәш буйынса асыҡ республика ярышы үтте.
Арҙаҡлы шәхесебеҙ Кинйә Арыҫланов призына үткәрелгән сарала йөҙҙҙән ашыу йәш батыр көс һынашты. Быйыл ул алтынсы тапҡыр уҙғарылды. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны артҡандан арта. Мәләүезгә бөгөн дә алыҫ Баймаҡ, Дәүләкән, Хәйбулла, Ейәнсура һәм башҡа район-ҡалаларҙан спортсылар килде.
Турнирҙың ойоштороусылары - «Яугир» хәрби-патриотик клубы төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Ярыштар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте “Көнгәк” гәзитенең киләһе йома һанында уҡырһығыҙ.