Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Февраль 2021, 13:45

COVID-тест тапшырмаған өсөн сит илдән ҡайтҡандандарға штраф

Сит илдә булғанһың икән, эш менәнме, ялдамы, ҡайтҡас Роспотребнадзор талабын үтәргә кәрәк, кире осраҡта һайыҡҡан кеҫәң бөтөнләй бушауы ихтимал.

Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, сит илдән ҡайтҡандар коронавирус юҡлығына тест тапшырып, мотлаҡ Дәүләт хеҙмәттәре сайтына һалырға тейеш. Талаптарҙы үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, ул граждандарға 15-40 мең штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостанда 92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен урынлаштырмаған өсөн суд ҡарары менән бөтәһе 720 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Сит илдән ҡайтҡас, өс көн эсендә лабораторияла ПЦР ысулы менән COVID-19-ға анализ бирергә һәм уның һөҙөмтәһен Дәүләт хеҙмәттәре порталында баҫтырып сығарырға кәрәк. Һөҙөмтә әҙер булғансы, йәшәгән урында изоляция режимын үтәү талап ителә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: