Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 09:26

Спорт һөйөүселәргә бүләк

Район-ҡала белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү дауам итә.

Спорт һөйөүселәргә бүләк
Спорт һөйөүселәргә бүләк

Район-ҡала белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү дауам итә.

Аптраҡ мәктәбендә “Ауылда - спорт” федераль программаһы буйынса спорт залы ремонтланған, дөрөҫөрәге, тулыһынса яңыртылған. Стеналары тигеҙләп штукатурланған, аҡланған, иҙән таҡталары, түбә, тәҙрә-ишектәр, электр үткәргестәр алмаштырылған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым душ, сисенеп-кейенеү бүлмәләре эшләнгән. Төҙөкләндереү эшмәкәрлеген “Подряд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт подрядсылары алып бара.

-Был проект ауыл мәктәптәрендә физкультура-спорт селтәрен үҫтереүгә, уңайлы шарттар тыуҙырыуға, йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, - ти белем биреү учреждениеһы етәксеһе Розалия Вәлитова. – Педагогия коллективы һәм уҡыусылар яңы уҡыу йылында заманса, бөтә талаптарға яуап биргән залда шөғөлләнеүгә бик шатланыр, яңы спорт майҙансығы тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә, уңыштарға этәргес булыр, тип уйлайым.

Аптраҡ мәктәбендә 1-сенән 9-сы класҡа тиклем утыҙ бала уҡый. Улар араһында спорт һәм физик культура менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Быға тиклем белем усағы саңғы, көрәш буйынса күрһәткестәре менән айырылды. Һуңғы йылдарҙа волейбол, баскетбол командалары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа үҙҙәрен һынай.

1964 йылда төҙөлгән мәктәптең ҡыйығына ла күптән ремонт кәрәк ине. Быйыл был мөһим проблема ла ыңғай хәл ителгән. Спорт залынан тыш, әлеге ваҡытта мәктәптә ағымдағы ремонт бара. Стеналар ағартыла, парта-иҙән буяла. Атай-әсәләр ярҙамы менән кабинеттар ҙа төҙөкләндерелә.

-Уҡыусыларҙың туҡланыуы ла - һәр ваҡыт контролдә. Сәләмәт, сифатлы аҙыҡ-түлек менән туҡланыу үҫмерҙәргә көс һәм яҡшы кәйеф кенә бирмәй, ул - һаулыҡ нигеҙе лә. Шуға күрә яңы уҡыу йылына әҙерләнгән ваҡытта ашхананы тейешле кимәлдә тотоуға ла ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, - ти Розалия Айрат ҡыҙы.

Балаларҙың хәүефһеҙлегенә лә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың йәмәғәт тәртибен һаҡлауға һәм именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы эшләнә.

Спорт һөйөүселәргә бүләк
Спорт һөйөүселәргә бүләк
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: