Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июль 2021, 11:42

Йөҙөү буйынса алтын миҙал - Рәсәйҙә

Токиола барған Йәйге Олимпиада барышын күптәр күҙәтеп бара. Башҡортостан спортсыларының уңышлы сығышы тағы ла ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы. Рәсәй спортсыһының йөҙөү буйынса яңы алған алтын миҙалы - илдең йыйылма командаһы өсөн туғыҙынсы юғары награда. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Йөҙөү буйынса алтын миҙал - Рәсәйҙә
Йөҙөү буйынса алтын миҙал - Рәсәйҙә

Рәсәй спортсыһы Евгений Рылов Токиола барған Олимпия уйындарында арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. 24 йәшлек спортсы араны 1 минут 53,27 секундта йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы, тип хәбәр итте «Чемпионат». Икенсе урынды Америка йөҙөүсеһе Райан Мерфи яуланы (0,88 секундҡа ғына ҡалышты). Өсөнсө урында — Люк Гринбэнк (Британия).

Евгений Рылов өсөн был — быйылғы Олимпия уйындарында икенсе алтын миҙал. Бынан алда ул арҡаға ятып 100 метр араға йөҙөүҙә иң көслөһө тип танылды. Ә Климент Колесников икенсе булып килде.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: