Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Август 2021, 11:10

Таяҡ ике осло була

Мәктәптә, балалар ижады, балалар экология үҙәгендә эшләгәндә лә, күңелле студент йылдарында ла  курсташтары менән Башҡортостандағы барлыҡ йылғаларҙан байдаркаларҙа ағып төшкән,  спорт туризмы буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған Ринат Ғүмәр улы. Уның һыу буйлап төшкән юлының оҙонлоғо 500 километрҙан артыҡ. Ирәмәл тауҙарына ла үрләгән, ҡышҡы походтарҙы ла күп ойошторған спортсы. “Яҙғы ташҡында һыуҙан ағып төшөү - бик экстремаль күренеш, адреналин урғылып тора. Башҡортостандағы йылғаларҙан иң ҡатмарлыһы - тау-таш араһынан аҡҡан Нөгөш, тип иҫәпләйем. Инде талғын ғына ағып бараһың, тынысланып өлгөрмәйһең, берәй боролоштан һуң ағым шәбәйә. Йылға уртаһында өйөлөп ятҡан ҡырлас ташлыҡҡа менеп, йәки яр ситендәге ҡаялыҡҡа бәрелеп имгәнмәҫмен тимә. Аллаға шөкөр, беҙҙең командала һәммәһе лә педагогтар, бындай походтарға улар етди әҙерләнә, ҡаиғиҙәләрҙе теүәл үтәй, шунлыҡтан беҙҙең менән күңелһеҙ хәлдәр булманы. Бер нисә йыл элек шундай фажиғә булды: май баштарында катамарандары әйләнеп китеп, бала һәләк була. Атаһы ҡулынан тартып, яр ситенә һөйрәп сығарырға тырыша, әммә көслө ташҡынға ҡаршы тора алмай, 20 көндән һуң уның кәүҙәһен Нөгөш һыуһаҡлағысы янында табалар. Шуға ла һәр кем, бигерәк тә кескәйҙәр ҡотҡарыу жилете кейергә тейеш. Тағы ла бер миҫал. Туристар Ағиҙел буйлап кәмәлә аға, араларында бер үҫмер ҡояш эҫелегенә түҙмәй, аңын юғалтып, һыуға ҡолай. Иҫенә килтереп, йөрәгенә массаж эшләп, дауаханаға алып барып еткерәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған егет ғәрипләнеп ҡала. Шуға ла, кәмәлә йөҙөргә уйлаһағыҙ, ҡояш нурынан башты һаҡларға һәм еңлек кейем кейергә кәрәк.

Таяҡ ике осло була
Таяҡ ике осло була

Йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, эске туризмда Башҡортостан киң таралған 10 төбәк араһына ингән. Популярлыҡ буйынса  республикабыҙ Мәскәү, Краснодар төбәге, Санкт-Петербург, Ҡырым, Татарстан, Свердловск,   Ростов өлкәләре менән бер ҡатарҙан тора.

Эйе, йәшәгән төйәгебеҙҙең тауҙары, уралып аҡҡан йылғалары, йәшел тәбиғәте кемдәрҙе генә үҙенә ғашиҡ итмәгән. Әммә  тәбиғәт ҡосағында үҙ аллы ял итергә теләгәндәрҙе Юғары-Ағиҙел инспекторлыҡ участкаһының инспекторы Ринат Исмәғилев хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра.

Мәктәптә, балалар ижады, балалар экология үҙәгендә эшләгәндә лә, күңелле студент йылдарында ла  курсташтары менән Башҡортостандағы барлыҡ йылғаларҙан байдаркаларҙа ағып төшкән,  спорт туризмы буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған Ринат Ғүмәр улы. Уның һыу буйлап төшкән юлының оҙонлоғо 500 километрҙан артыҡ. Ирәмәл тауҙарына ла үрләгән, ҡышҡы походтарҙы ла күп ойошторған спортсы. “Яҙғы ташҡында һыуҙан ағып төшөү - бик экстремаль күренеш, адреналин урғылып тора. Башҡортостандағы йылғаларҙан иң ҡатмарлыһы - тау-таш араһынан аҡҡан Нөгөш, тип иҫәпләйем. Инде талғын ғына ағып бараһың, тынысланып өлгөрмәйһең, берәй боролоштан һуң ағым шәбәйә. Йылға уртаһында өйөлөп ятҡан ҡырлас ташлыҡҡа менеп, йәки яр ситендәге ҡаялыҡҡа бәрелеп имгәнмәҫмен тимә. Аллаға шөкөр, беҙҙең командала һәммәһе лә педагогтар, бындай походтарға улар етди әҙерләнә, ҡаиғиҙәләрҙе теүәл үтәй, шунлыҡтан беҙҙең менән күңелһеҙ хәлдәр булманы. Бер нисә йыл элек шундай фажиғә булды: май баштарында катамарандары әйләнеп китеп, бала һәләк була. Атаһы ҡулынан тартып, яр ситенә һөйрәп сығарырға тырыша, әммә көслө ташҡынға ҡаршы тора алмай, 20 көндән һуң уның кәүҙәһен Нөгөш һыуһаҡлағысы янында табалар. Шуға ла һәр кем, бигерәк тә кескәйҙәр ҡотҡарыу жилете кейергә тейеш. Тағы ла бер миҫал. Туристар Ағиҙел буйлап кәмәлә аға, араларында бер үҫмер ҡояш эҫелегенә түҙмәй, аңын юғалтып, һыуға ҡолай. Иҫенә килтереп, йөрәгенә массаж эшләп, дауаханаға алып барып еткерәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған егет ғәрипләнеп ҡала. Шуға ла, кәмәлә йөҙөргә уйлаһағыҙ, ҡояш нурынан башты һаҡларға һәм еңлек кейем кейергә кәрәк.

Күптәр һал менән ағыу тураһында бер кемгә лә хәбәр итмәй сығып китә, ә улай ярамай. Йәй айҙарында йылғалар һайыға. Бер нисә йыл элек Нөгөш йылғаһында һыу инеп йөрөһәм, йылға буйында “Кешеләр! Кешеләр!”- тип ҡыуанып ҡысҡырған тауышҡа иғтибар иттем. Баҡтиһәң, Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы тәңгәленән  катамаранда йөҙөргә ниәтләгән Пермь туристарының судноһы тишелгән, туристарға йылға яры буйлап аҫҡа төшөргә тура килгән. Аяҡ кейемдәре туҙған, ризыҡтары бөткән кешеләр, кейем кәрәк-яраҡтарын күтәреп, хәлһеҙерәктәрен ҡултыҡлап, саҡ  тораҡ пунктҡа килеп сыҡҡандар”, - тип бәйән итте Ринат Ғүмәр улы.

Шуға ла, ҡайҙа ғына ял итергә барһағыҙ ҙа, һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәргә кәрәк. Яҡындарыбыҙҙың ғүмерен хәүеф-хәтәрҙән һаҡлайыҡ.

Таяҡ ике осло була
Таяҡ ике осло була
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: