Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Август 2021, 09:10

Район намыҫын лайыҡлы яҡланылар

Ике көн дауамында “Толпар” ат спорты комплексында Физкультурниктар көнөнә арналған сара үтте.

Район намыҫын лайыҡлы яҡланылар
Район намыҫын лайыҡлы яҡланылар

Ике көн дауамында “Толпар” ат спорты комплексында Физкультурниктар көнөнә арналған сара үтте.  Унда Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһынан “Фаворит”, “Барселона” клубтары һәм беҙҙең спортсылар көс һынашты. Ярыш көсөргәнешле уҙҙы. Шулай итеп, фигуралы йөрөүҙә Фәнүр Аҡназаров, Юлия Ясакова, Елена Черных ( өсөһө лә “Толпар”ҙан) маҡтаулы урындарҙы яуланы. Музыка биҙәлешендә костюмдарҙа күрһәтеүҙә Дарья Смирнова (“Фаворит”) һәм Анастасия Смагина  (“Толпар”) алдынғылыҡҡа сыҡты. Икенсе мотлаҡ программала Лада Подлубная, пониҙа уҙышыуҙа Анна Лукьянова, Валерия Романова (өсөһө лә “Толпар”ҙан) беренсе урынға лайыҡ булды.

Икенсе көндә еңеүсе исемдәрен Тимур Айытҡолов, Ульяна Сычкова, Аделина Яугилдина, Валерия Романова, Әминә Исламғолова, Ислам Абдуллин яуланы. Был спортсыларҙың барыһы ла - “Толпар” ат спорты комплексы тәрбиәләнеүселәре.

Район намыҫын лайыҡлы яҡланылар
Район намыҫын лайыҡлы яҡланылар
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: