Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Сентябрь 2021, 09:40

Спорт өсөн сиктәр юҡ

Тормоштоң һынауҙарына бирешмәй, артабан да йәшәргә теләк, йәм табып, рухи яҡтан көслө спортсыларыбыҙҙың ярышы бик сәмле барҙы, үҙ-ара аралашып, бай тәжрибә туплағандарҙан өлгө алды. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан килгән Валерий Патрикеев, аяҡтары тыумыштан зәғиф булһа ла, алдына ҙур маҡсат ҡуйып йәшәгән. Пауэрлифтинг менән шөғөлләнгән СССР-ҙың спорт мастеры 18 илдә сығыш яһаған, Арнольд Шварцнеггер, Павел Буре, Валентин Дикуль кеүек донъяла билдәле шәхестәр менән аралашҡан, тормош йәмен табып йәшәргә өйрәнгән.

Спорт өсөн сиктәр юҡ
Спорт өсөн сиктәр юҡ

Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы спортсыларының штанга һәм гер  күтәреү буйынса  республика буйынса XXX спартакиадаһы Мәләүез ерендә “Тау һауаһы” лагерында уҙҙы. Унда Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте рәйесе Флүр Нурлығаянов, бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың килеүе сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Тормоштоң һынауҙарына бирешмәй, артабан да йәшәргә теләк, йәм табып, рухи яҡтан көслө спортсыларыбыҙҙың ярышы бик сәмле барҙы, үҙ-ара аралашып, бай тәжрибә туплағандарҙан өлгө алды. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан килгән Валерий Патрикеев, аяҡтары тыумыштан зәғиф булһа ла, алдына ҙур маҡсат ҡуйып йәшәгән. Пауэрлифтинг менән шөғөлләнгән СССР-ҙың спорт мастеры 18 илдә сығыш яһаған, Арнольд Шварцнеггер, Павел Буре, Валентин Дикуль кеүек донъяла билдәле шәхестәр менән аралашҡан, тормош йәмен табып йәшәргә өйрәнгән.

Ярыш һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡ. Штанга һәм гер күтәреү буйынса республиканың төрлө райондарынан килгән 27 команда араһында дөйөм команда мәрәйе буйынса мәләүездәр беренселекте ҡулдан ысҡындырманы. Ике спорт төрө һөҙөмтәһе буйынса ла яҡташыбыҙ Ирина Пушкаға етеүсе булманы. Гер күтәреү буйынса Филүс Сәлимов  беренсе урын яулаһа, Артур Рәхмәтуллин ике төр буйынса ла  - дүртенсе урында.

Спорт өсөн сиктәр юҡ
Спорт өсөн сиктәр юҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: