Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Апрель 2022, 16:15

Ярыштар юғары кимәлдә үтте

Ергән ауылы физик культура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында, Нөгөш ауылы мәктәбендә волейбол буйынса ярыштарҙа йәш үҫмер һәм ҡыҙҙарыбыҙ көслө сифаттарын асты

Ярыштар юғары кимәлдә үтте
Ярыштар юғары кимәлдә үтте

Ергән ауылы физик культура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында 2011-2012 һәм 2013-2014 йылғылар 11 йәш категория араһында самбо көрәше буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселеге уҙғарылды. 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашҡан ярышта һәр ҡатнашыусы күнекмәлә туплаған бөтә көслө сифаттарын һәм тәжрибәһен күрһәтте, ә күпселек өсөн яуланған миҙал беренсе булды! Эльмир Миңнуллин, Реналь Әбүков, Илдан Әбделғәниев, Амин Абдуллин, Данил Шенделев, Асҡар Псәнчин, Ривал Шәрәфиев, Егор Якубо, Артем Шәрәфетдинов, Кәрим Хәйбуллин еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

 Еңеүселәр һәм призерҙар райондың физик культура һәм спорт секторы әҙерләгән  Маҡтау грамоталары, миҙал алып ҡыуанды.

*******

Каникулдың беренсе көнөндә үк Нөгөш ауылы мәктәбендә волейбол буйынса «Башҡортостан» милли паркы кубогы»на асыҡ тур үтте. Нөгөш, Ергән, Вос­кресенский, Первомай ауылдары һәм Күмертау ҡалаһынан 50-нән ашыу 2009-2010 йылғы егет һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә үҫмерҙәр командалары араһында Первомай ауылы еңде, 2-се урында - Күмертау һәм 3-сө урында - Нөгөш.  Әйтергә кәрәк, Воскресенский ауылы үҫмерҙәре уйында айырылып торҙо.

Ҡыҙҙар араһында 1-се урынды - Күмертау командаһы, 2-сене - Воскресенский һәм 3-сө урынды Ергән яуланы.

Еңеүселәр менән призерҙар райондың физик культура һәм спорт секторынан, «Башҡортостан» милли паркы директоры В.М. Кузнецовтан Маҡтау грамоталары, миҙал менән бүләкләнде. Ергән ауылы спорт мәктәбе хакимиәте милли парк директоры В.М. Кузнецовҡа йәш спортсыларға сараны юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәтле.

Гөлнара КАЗАНОВА,

Ергән спорт мәктәбенең директор урынбаҫары.

Ярыштар юғары кимәлдә үтте
Ярыштар юғары кимәлдә үтте
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: